ТӘНЗИЛӘ ХИСАМОВА КҮРКӘМ ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘЙ

2025 йылдың 4 апрелендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Тәнзилә Хисамова үҙенең матур ғүмер байрамын – 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Был көндө театрҙа Хәлисә Мөҙәрисованың әҫәре буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (режиссёры Айрат Абушахманов) күрһәтеләсәк. Юбиляр Әсә ролендә сығыш яһаясаҡ. Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова Ишембай […]

ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ ҮТТЕ!

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира ЮНЫСОВАНЫҢ юбилей бенефисы “Килен” спектакле менән үтте.   Заһиҙә Мусина әҫәре буйынса ҡуйылған был драмала юбиляр-актриса тамашасы алдына талапсан, етди Фәриҙә Йәмилевна ролендә сыҡты.   Бенефистың тәүге өлөшө Эльвира Әхтәм ҡыҙын юбилейы менән ҡотлауҙарға арналды. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған, бихисап һоҡланғыс […]

ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВА ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫНА САҠЫРА!

29 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Килен” (З.Мусина, З.Бураҡаева инсц.) спектакле Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры Эльвира Юнысованың күркәм юбилейына арналып уйнала. Ғүмеренең алтын осорон актриса бай ижади уңыш менән ҡаршылай. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, шул уҡ йылда Эльвира Әхтәм ҡыҙы М.Ғафури исемендәге […]

ХАЛЫҠ-АРА ТЕАТР КӨНӨ МЕНӘН

Күңелдәрҙе сафландырыр, йәшәүгә көс, илһам бирер мөғжизәле театр байрамы менән ҡотлауыбыҙҙы сәхнә өсөн һәм сәхнәлә ижад иткәндәргә, сәхнәнән тамаша ҡылған тоғро дуҫтарыбыҙға юллайбыҙ! Илатҡан да, йыуатҡан да, күмәгебеҙҙе берләштергән дә – театр. Ошо серле донъяның утын һүндермәй, ижад шишмәләрен сылтыратып, хыялдарға тоғро ҡалып эшләргә, уйнарға яҙһын! Театр көнө менән, дуҫтар

М.ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕВТРЫ ГАСТРОЛДӘРЕ

БӨРЙӘН РАЙОНЫ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ сәхнәһендә: 25 март 19:00 сәғәттә – «ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…»/«НЕСПЕТАЯ ПЕСНЯ МОЯ» музыкаль мелодрамаһы (В. Исхаҡов, реж. А. Абушахманов). 16+. 26 март 12:00 сәғәттә – балалар өсөн «МИРАЛИКУНДИЯ. СЕРЛЕ ГИППОПОТАМ» әкиәте (В.Лившиц, И.Кичанова, реж. Ф. Ғарипов) 6+. 13:30 сәғәттә – «ВНУТРИ МЕНЯ ЦУНАМИ» үҫмерҙәр тарихтары (Т.Иванова, А.Ибраһимова, В.Тулупова, проекттың художество етәксеһе А. […]

РИТА ҒӘЗИЗОВАНЫҢ “ЙӨРӘК АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТА: ГЕРОЙҘАР АРТЫНДА ТОРҒАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР”ШӘХСИ КҮРГӘҘМӘҺЕ

Театрҙың рәссам-биҙәүсеһе Рита Ғәзизованың “Йөрәктәр алғы һыҙыҡта: геройҙарға терәк ҡатын-ҡыҙҙар” шәхси күргәҙмәһе. 05-27 март, 2025 й. Рита Ғәзизованың шәхси күргәҙмәһе ҡатын-ҡыҙҙың бөгөнгө хәрби ваҡиғаларҙағы ролен баһалау тураһында. Был күргәҙмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең әсәләренә, ҡатындарына, апай-һеңлеләренә арнала һәм уларҙың уй-кисерештәрен, ихтыяр көсөн һәм рух ныҡлығын сағылдыра. Күргәҙмәнең кураторы, театрҙың музей мөдире Азалия Балгазина:”Экспозицияла улдарын, […]

IX SMART РЕСПУБЛИКА ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ КОНКУРСЫ

17 мартта театр командаһы IX “SmART” Республика интеллектуаль бәйгеһендә ҡатнашты. Был сара уйынсылар араһында театр, кино өлкәһендә, әҙәбиәт, сәнғәт буйынса отҡорҙарҙы билдәләү, шаянлыҡ, берҙәмлек тойғоларын үҫтереү маҡсатында үткәрелә. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, Рус академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм […]

ҠОТЛАЙБЫҘ!

2025 йылдың 13-14 мартында Өфөлә V «АРТ-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы үтте. Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында профессиональ үҫеш һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу киңлеген формалаштырыуға йүнәлтелгән Рәсәйҙәге иң ҙур дискуссия майҙансыҡтарының береһе булып тора. V “Арт-Ҡоролтай” Мәҙәни форумы сиктәрендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, […]

«ВАНЯ АҒАЙ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ УҘҘЫ!

Бөгөн М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә А.П.Чеховтың «Ваня ағай» спектакленең премьераһы үтте. Спектаклде Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән режиссёр Степан Пектеев сәхнәләштерҙе. Ижади командаға шулай уҡ саҡырылған белгестәр – рәссам Катерина Андреева һәм композитор Евгений Роднянский (икеһе лә Санкт-Петербургтан) инә. «Ваня ағай» – М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының һәм М.Шкетан ис. Мари милли драма […]

ТЕАТР ТҮРЕНӘ – СӘХНӘГӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

“Ваня ағай” – үҙ мөхитенә тотошлай йәлеп итер, камера спектакль. Тамашасылар уны сәхнәнән ултырып ҡараясаҡ. Хәл-ваҡиғаларҙың үҙәгендә, актерҙарҙан бер аҙымдай ғына аралыҡта, сәхнә менән зал араһындағы сикте юйып тамаша ҡарауҙы театрҙың тоғро дуҫтары “Ҡара йөҙҙәр” спектакле буйынса ла күреп беләлер. Бындай алым сәхнәлә барғанды күҙәтеп кенә түгел, тамашасыға унда ҡатнашып, актерҙар уйынының бар нескәлектәрен, спектаклдең […]

РӘЗИФӘ ДИНМӨХӘМӘТОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 21 мартта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәзифә Динмөхәмәтованың күркәм юбилейы айҡанлы Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Хыялый” лирик комедияһы (режиссеры – Арыҫлан Йәнбәков) күрһәтеләсәк. Актриса был спектаклдә ауылға табип булып эшкә килгән һылыу ҡыҙ – Йондоҙ ролендә сығыш яһай. Рәзифә Рәшит ҡыҙы Учалы районының йәмле Сәфәр […]

8 МАРТ МЕНӘН!

Ҡәҙерле үә хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Хистәрҙе алһыу таңдарға, аҡ бәхеткә, сәскәле болондарға, асыҡ күк йөҙөнә, алтын һары ҡояшҡа көйләгән матур яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә яҡлаулы, яғымлы тормош теләйбеҙ, шатлыҡтарҙы уртаҡлашыр яҡындарығыҙ янығыҙҙа булһын. Ғәзиздәрегеҙҙе тәмле аштар, йылы осрашыуҙар менән ҡыуандырып, ғүмерҙең һәр яңы көнөн йылмайып ҡаршыларға яҙһын. Тормоштоң биҙәге лә, терәге лә – һеҙ, гүзәл […]

ПРЕМЬЕРАҒА ТИКЛЕМ 14 КӨН!

Спектакль “кешенең йәшәү парадоксын” тикшерә: геройҙар көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, яҙмыштарының мөһим боролоштарын күҙҙән ысҡындыра. «Ваня ағай» был сәхнәләштереүҙә психологик театр традицияларына тоғро ҡала, әммә көтөлмәгәнсә заманса яңғырай – тамашасыны ваҡыт, юғалған өмөттәр һәм кешелек йәшәйешенең мәңгелек һорауҙары тураһында уйланырға саҡыра. Режиссер Степан Пектеев әйтеүенсә: «Чехов – ул билдәле бер мәлдә генә килеп етә торған юғары […]

ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАР КӨНӨ МЕНӘН!

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР! Театр​ колекктивы исеменән Һеҙҙе 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыуған илде һаҡлау, уның күк йөҙө һәр саҡ тыныс булһын өсөн һаҡта тороу – һәр ваҡыт маҡтауға һәм айырым хөрмәткә лайыҡ эш. Ватанды һаҡлаусылар көнө һәр ваҡыт тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм тыуған ергә һөйөү символы булһын! Был яҡты көндә Һеҙгә һәм […]

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ЕҢЕҮҘЕҢ 80 ЙЫЛЛЫҒЫНА БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ СПЕКТАКЛЬ ҠУЯСАҠ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” хикәйәһе буйынса спектакль әҙерләй башланы. Сәхнә әҫәренең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, уның менән бергә ижади төркөмдә – рәссам Альберт Нестеров, композитор Рәмис Хәкимов, видеорежиссер Руслан Юлтаев. Бөгөнгө көндә репетициялар бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуар […]

ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ МЕНӘН

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө! Хөрмәтле театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! М. Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры коллективы барығыҙҙы ла Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотлай. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып […]

3 АҘНАНАН БЕҘҘӘ ПРЕМЬЕРА – “ВАНЯ АҒАЙ”!!!

Бөгөн беҙ һеҙҙе спектаклдең режиссёры – Степан Пектеев менән таныштырырға теләйбеҙ. Марий Эл Республикаһында ижади ғаиләлә тыуып үҫкән Степан Пектеев бала саҡтан уҡ театр менән ҡыҙыҡһына һәм ғүмере буйына театр сәнғәте аша милли үҙенсәлектәр темаһын тикшерә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Санкт-Петербург ҡалаһында Анатолий Праудиндың режиссёрҙар курсында, артабан Валерий Фокин менән Андрей Могучийҙың магистратураһында белем ала. […]

ҺУҒЫШ ҺӘМ ТЫУҒАН ИЛГӘ ҺӨЙӨҮ ТУРАҺЫНДА

Хөрмәтле тамашасылар! 2 февралдән алып 28-енә тиклем театрҙың Музейында Альберт Еникеевтың “Һуғыш һәм тыуған илгә һөйөү тураһында” тип аталған шәхси күргәҙмәһе ҡуйыла. Күргәҙмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнала. Картиналарҙа батырлыҡ, илһөйәрлек темалары сағылдырылған: “Сыны Донбасса”, “Портрет брата. Подполковник Рустам Шарипов”, “Герои русского мира”, шулай уҡ яу ҡырында һәләк булған яугирҙарға бағышланған “Памяти брата. Старшина Венер […]

АРАЛА БОҘҘАР ИРЕЙ

Бөгөн 3 февраль көнө, “Динамо” катогында М. Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры менән М. Кәрим исем. Милли йәштәр театры араһында ысын мәғәнәлә “араларында боҙҙар ирене”, сөнки бөгөнгө ярыш тап шулай аталды. Был сараны академтеатрҙың профсоюз комитеты ойошторҙо. Боҙҙа уҙышыу, үҙ коллективыңдың еңеүе өсөн “рәхәтләнеп ауырыу”, бергәләп һыуыҡта боҫрап торған сәй эсеү – февраль айын […]

ФЛОРИД БҮЛӘКОВТЫҢ ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ АРНАЛҒАН ХӘТЕР КИСӘҺЕ УҘҘЫ

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флорид Бүләковтың “Бишегемә кире ҡайтыу юлы” исемле хәтер кисәһе үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республика театрҙары коллективтары, Флорид Миңлемулла улының яҡындары, яҡташтары, уның ижадын […]