РИТА ҒӘЗИЗОВАНЫҢ “ЙӨРӘК АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТА: ГЕРОЙҘАР АРТЫНДА ТОРҒАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР”ШӘХСИ КҮРГӘҘМӘҺЕ

РИТА ҒӘЗИЗОВАНЫҢ “ЙӨРӘК АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТА: ГЕРОЙҘАР АРТЫНДА ТОРҒАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР”ШӘХСИ КҮРГӘҘМӘҺЕ

Театрҙың рәссам-биҙәүсеһе Рита Ғәзизованың “Йөрәктәр алғы һыҙыҡта: геройҙарға терәк ҡатын-ҡыҙҙар” шәхси күргәҙмәһе.
05-27 март, 2025 й.
Рита Ғәзизованың шәхси күргәҙмәһе ҡатын-ҡыҙҙың бөгөнгө хәрби ваҡиғаларҙағы ролен баһалау тураһында. Был күргәҙмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең әсәләренә, ҡатындарына, апай-һеңлеләренә арнала һәм уларҙың уй-кисерештәрен, ихтыяр көсөн һәм рух ныҡлығын сағылдыра.

Күргәҙмәнең кураторы, театрҙың музей мөдире Азалия Балгазина:”Экспозицияла улдарын, ирҙәрен өмөтләнеп көткән, шулай уҡ яҡындарын яу ҡырында юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың портреттары ҡуйылды. Һәр бер портрет хәтирәләрҙе, хис-тойғоларҙы, ике йөрәкте тоташтырған тәрән бәйләнеште сағылдырған һынлы тарих та ул. Күргәҙмә хәрби шарттарҙа ҡатын-ҡыҙҙың роленең мөһимлеген, уларҙың тоғролоғон, рух көсөн күрһәтеүгә арнала. Һәр геройҙың яҙмышы өсөн кемдер борсола, доғалары менән һаҡлай, һөйөү тулы йөрәге менән ҡурсалай”.
2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йылы тип иғлан ителде.
Күргәҙмә менән спектакль алдынан һәм антракт ваҡытында танышырға мөмкин.
©Хөрмәтле киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре! Тексты йәки уның өҙөгөн күсергәндә, файҙаланғанда авторлыҡ хоҡуғы тураһындағы законды иҫтә тотоуығыҙҙы һорайбыҙ.