«УРАЛ БАТЫР» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк хазинаһы һәм рухи ҡомартҡыһы. Быуындан-быуынға күсә килгән был ҡобайыр, үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле ошо жанрҙағы башҡа әҫәрҙәр менән бер кимәлдә тора.
Спектаклдә Үлемһеҙлек темаһы төп урында, ул башҡа мөһим темалар – Йәшәү һәм Үлем, Изгелек һәм Яуызлыҡ, Хакимлыҡ һәм Халыҡ темалары менән үрелеп бара.
Бөтә донъяны һыу баҫа. Йәнбирҙе менән Йәнбикә ике бер туғанға – Урал менән Шүлгәнгә ғүмер бирәләр. Егет ҡорона ингәс, уларға кешенән көслө Үлем барлығы тураһында мәғлүм була. Урал ағаһы Шүлгән менән бергә кешене үлемһеҙ итеүсе Йәншишмә һыуын эҙләп сығып китәләр. Күп ҡаршылыҡтар үтеп, тере һыуҙы тапҡандан һуң, Урал батыр тәбиғәт, халыҡ һәм ҡурай моңо үлемһеҙ булырға тейеш, тип хәл итә. Спектаклдә был төшөнсәләрҙең һынланышы һәм билгеһе булып тылсымлы таяҡ тора.