ҺАУМЫ, 103-СӨ ИЖАД МИҘГЕЛЕ!

ҺАУМЫ, 103-СӨ ИЖАД МИҘГЕЛЕ!

Кисә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты. Көндөҙ йола буйынса театрҙың ижади коллективы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим һәм Мәжит Ғафури һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Башҡорстотандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров “Коллегаларыбыҙ һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу традиция ғына түгел, ә мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, тыуған телебеҙҙе популярлаштырыу буйынса үҙенә күрә бер акция. Сөнки театрыбыҙҙың төп бурыстарының береһе – башҡорт әҙәби телен һаҡлау” тине. Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева быйылғы йылда ҡушылған йәш артистарға бәхетле миҙгел һәм уңыштар теләне, һәм бик күп күңелле осрашыуҙар, яңынан-яңы матур спектаклдәр һәм премьералар!

Ә инде кис көнө Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһы күрһәтелде. Режиссеры Айрат Абушахманов.

Спектаклде Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова һәм Башҡоротостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова ҡараны. Спектаклдән һуң мәртәбәле ҡунаҡтар коллектив менән осраштылар һәм уларға уңышлы миҙгел теләнеләр.

Яңы миҙгел сағыу һәм ҡыҙыҡлы булырға вәғәҙә итә. 14 октябрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровтың “Бәхет хаҡы” спектакле менән Юбилей бенефисы үтә. Һәм 28 октябрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе үтәсәк.

Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Хәбибулла Ибраһимовтың “Еҙнәкәй” спектален әҙерләй башланы. Шулай уҡ тағы бер премьера көтөлә, Кәрим Хәкимов хаҡында “Ҡыҙыл Паша” спектаклен Айрат Абушахманов сәхнәгә сығара. Ноябрь башында Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә театрыбыҙҙың гастролдәре уҙасаҡ.

Беҙҙең спектаклдәребеҙгә рәхим итегеҙ!

Касса ➡ 272-35-33

Билеттар онлайн ➡ bashdram.ru

Пушкин картаһы эшләй