“…АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА…” СПЕКТАКЛЕН КОМИССИЯ ҠАРАНЫ

“…АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА…” СПЕКТАКЛЕН КОМИССИЯ ҠАРАНЫ

Бөгөн, 19 сентябрь, 14:00 сәғәттә театрҙың ҙур сәхнәһендә “…Ат уйнатып алдан бара…” (З.Бураҡаева) спектакле күрһәтелде. Спектаклде Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия ҡараны.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “…Ат уйнатып алдан бара…” спектакленең ижади төркөмө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде:

АРТУР КӘБИРОВ – легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов ролен башҡарыусы актер;

ЗӨҺРӘ БУРАҠАЕВА – сәхнә әҫәре авторы;

РӘИС НИЗАМЕТДИНОВ – спектаклдең хореографы.

Спектаклдән һуң тамашасылар актерҙар менән бергә фекер алыштылар, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының 1, 3 һәм 5-се курс студенттары спектакль тураһында үҙҙәренең уй-хистәрен ижади төркөмгә еткерҙеләр. (Уҡытыусылар: филология фәндәре кандидаттары, доценттар Галина Ғ.Ғ., Солтакаева Р.А., Хәбибуллина З.А.)

Спектакль БР Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙар, БР Милли тарих архивы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған.

Спектаклдең режиссёры Хөрмәтулла Үтәшев

Проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов

Композитор – Урал Иҙелбаев

Рәссам – Альберт Нестеров