Өфөлә үткән I Халыҡ-ара “Ҡолонсаҡ” балалар һәм йәштәр спектаклдәре фестивалендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Заятүләк менән Һыуһылыу” спектакле ике махсус призға лайыҡ булды.
Мәжит Ғафури повесы, Мария Малухина пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спектакль “Ҡолонсаҡ” фестивалендә “Халыҡ эпосын үҙенсәлекле сәхнәләштереү” номинацияһында билдәләнһә, ошо уҡ спектаклдә төп ролде башҡарған актер Линар Бәитов “Заятүләк роле өсөн” призы менән бүләкләнде.
Коллегаларыбыҙҙы, театрҙы “Ҡолонсаҡ” фестивалендә яулаған еңеүҙәр менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Кескәй тамашасыбыҙ күңелен яулар, йәш быуын менән бер тулҡында атлар спектаклдәр, ижади ҡаҙаныштар алда әле! Уңыштар юлдаш булһын!
