Евгений Шварцтың «Юғалған ваҡыт тураһында әкиәт»е һәр беребеҙгә бала саҡтан яҡшы таныш: бөтә эште лә «аҙаҡ эшләрмен әле» тип йөрөгән Петя исемле малай хаҡындағы тарих беҙҙе ғүмерҙең һәр минутын ҡәҙерләргә өйрәтә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында әкиәт заманға яраҡлаштырып сәхнәләштерелде: өсөнсө класс уҡыусыһы Петя Зубов гаджеттарҙан айырыла алмай үҙ ваҡытын бушҡа сарыф итә. Һәм бына бер көндө уның ваҡытын яуыз тылсымсылар урлай… Улар «ЛОСТ ТАЙМ» («Юғалған ваҡыт») ҡушымтаһы ярҙамында малайҙы һәм уның кеүек гаджеттарҙы ҡулынан ысҡындырмаған тағы өс уҡыусыны ҡарттарға әйләндерә. Юғалған ваҡыттарын ҡайтарыу өсөн Петя үҙенең яңы дуҫтары менән тылсымсыларҙың офисына юллана…
Спектакль балаларға ла, өлкәндәргә лә ғүмерҙе бушҡа уҙғарып бер нәмәгә лә өлгөрмәү ихтималлығын күрһәтә, уйланырға мәжбүр итә. Юғалған ваҡыт артынан мауыҡтырғыс сәйәхәткә сығырға әҙер булған һәр кемде театрыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ!
Инсценировка авторы һәм режиссер – Айҙар Зарипов
Ҡуйыусы рәссам – Алина Нуриманова
Композитор – Вәсил Ғафаров
Хореограф – Алина Мустаева
Рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Саяхов
Ролдәрҙә:
Петя Зубов − Айнур Ситдыҡов / Алмаз Йосопов
Петя Зубовтың әсәһе − Гөлнара Әмирова / Гөлфиә Рафиҡова
Вахтер − Гүзәл Маликова / Минзәлә Хәйруллина
Симпл әфәнде − Айсыуаҡ Йомағолов / Артур Ҡунаҡбаев
Спиннер әфәнде − Алмас Әмиров / Урал Әминов
Слайм ханым – Гөлнара Әмирова / Гөлфиә Рафиҡова
Сквиш ханым – Гүзәл Маликова / Минзәлә Хәйруллина
Маша Поспелова − Илүзә Күсәбаева / Илгизә Ғилманова
Надя Соколова − Лилиә Ғәлина / Гүзәл Хәсәнова
Вася Зайцев − Айнур Ғәбитов / Таң Хөсәйенов
Премьера көнө: 22 декабрь, 2023 йыл