Ырымбур гастролдәренә әҙерлек

Ырымбур гастролдәренә әҙерлек

9 һәм 10 ноябрҙә Ырымбур ҡалаһының М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре уҙасаҡ.

Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре. Ырымбур тамашасыһына 3 спектакль тәҡдим ителәсәк, улар:

9 ноябрь – “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц., режиссеры А.Абушахманов). Башлана 18.30 сәғәттә.

10 ноябрь – “Амеля” (Н.Крашенинников романы буйынса, А.Балгазина инсц., пластика буйынса режиссер А.Мустаева). Башлана 12.00 сәғәттә.

10 ноябрь – “Һинһеҙ килгән яҙҙар” (З.Ҡадырова, режиссеры А.Абушахманов). Башлана 18.30 сәғәттә.

Беҙҙең спектаклдәргә рәхим итегеҙ, дуҫтар!