ЯҢЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН АСАБЫҘ

ЯҢЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН АСАБЫҘ

6 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен аса. Көндөҙ йола буйынса артистар һәм театр хеҙмәткәрҙәре СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим Һәм Мәжит Ғафури һәйкәлдәренә сәскә һала. Кисен театр сәхнәһендә былтырғы миҙгел премьераһы – Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһы күрһәтелә.

Спектаклде ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов
Ҡуйыусы рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры Альберт Нестеров. Композитор – Рәмис Хәкимов
Спектаклдә һөйләнелгән тарих мөхәббәт тураһында, ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәт тураһында. Ике ҡатын, ике яҙмыш. Һәр ҡайһыһы иренең хыянаты тураһында белгәнгә тиклем үҙен бәхетле тип йәшәй. Алһыу иренең хыянатына үҙе шаһит булһа, ә Фирая тормош иптәшенең хыянаты тураһында ул үлеп киткәс кенә белә. Ике ҡатын бер-береһенә терәк-таяныс булып, яҙмыш һынауҙарын үтә, яңынан йәшәргә өйрәнә.
Уйланылмаған бер аҙым, дыуамаллыҡ кеше тормоштарын селпәрәмә килтерә, ғаилә драмаһына илтә. Әммә ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Хыянатты аңлап һәм уны ҡылған яҡын кешеңде ғәфү итеп буламы? Был хәлгә кем ғәйепле? Үкенеүҙәр һуңлап килә: тормошта иң ҡәҙерлеһе – ғаилә, бер-береңде ихтирам итеп, тоғро булып йәшәү икән.
Билеттарҙы театр кассаһында һәм сайтында алырға мөмкин https://bashdram.ru/afisha/. Пушкин картаһы менән ҡулланып була.
Касса телефоны: (347) 272-35-33.