Бөгөн М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә А.П.Чеховтың «Ваня ағай» спектакленең премьераһы үтте. Спектаклде Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән режиссёр Степан Пектеев сәхнәләштерҙе. Ижади командаға шулай уҡ саҡырылған белгестәр – рәссам Катерина Андреева һәм композитор Евгений Роднянский (икеһе лә Санкт-Петербургтан) инә.
«Ваня ағай» – М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының һәм М.Шкетан ис. Мари милли драма театрының спектакль-коллаборацияһы, ул Рәсәйҙең Милли театрҙар ассоциацияһы булышлығында тормошҡа ашырыла.
Ролдәрҙе Фәнис Рәхмәтов, Милена Сираева, Лилиә Ғәлина/Илүзә Күсәбаева, Эльвира Юнысова, Азат Вәлитов, Руслан Хайсаров, Илсур Байымов, Миңзәлә Хәйруллина/Гүзәл Маликова башҡара.
Ике ай дауамында яңы спектакль әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарылды: фекер алышыуҙар, көн һайын репетициялар, теле- һәм радиоэфирҙар, матбуғат конференцияһы; социаль селтәрҙәрҙә «Премьераға» тип аталған мини-лекциялар циклы булдырылды, ул Чехов тураһында һөйләшеү менән асылды (лекторы – философия фәндәре докторы, сәнғәт фәндәре кандидаты, театр сәнғәте белгесе, З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Галина Вербицкая) һәм башҡалар.
Степан Пектеев спектаклгә үҙ ҡарашын һәм стилен индерҙе, әммә шул уҡ ваҡытта Чехов әҫәренең рухын һәм атмосфераһын һаҡлап ҡалды.
Спектакль тулы аншлаг менән үтте. Тамашасы уны йылы ҡабул итте, алҡыштар оҙаҡ тынманы, режиссураны, актёрҙарҙың уйнауын, визуаль эффекттарҙы яҡшы яҡтан билдәләп үтте.
«Ваня ағай» спектакле 14 мартта, 6 апрелдә күрһәтеләсәк.
Спектакль сығарыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ижадсыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!