ИРСАЕВА НУРИЯ ИСХАҠ ҠЫҘЫ

ИРСАЕВА НУРИЯ ИСХАҠ ҠЫҘЫ

БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы (1972)

БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы (1980)

БАССР-ҙың С.Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1981)

Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисткаһы (1984)

СССР Мәҙәниәт министрлығының А.Д.Попов исемендәге көмөш миҙалы (1984)

Татарстан Республикаһының халыҡ артисткаһы (1994)

Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013)

Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017)

Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019)

1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

1965 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.

Спектаклдәрҙә уйнаған ролдәре:

АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ: Ил инәләре
БӘХЕТ ХАҠЫ: Әминә
ҠАРА ЙӨҘҘӘР: Хәмиҙә
ЙОСОФ ҺӘМ ЗӨЛӘЙХА: Өлкән йәштәге Зөләйха
СЫҢҒЫҘХАНДЫҢ АҠ БОЛОТО: Алтун
ҺӨЙӘРКӘ: Хәбирә
ҠЫҘ УРЛАУ: Аҡ инәй