ТЕАТР ТИГӘН СИХРИ ДОНЪЯҒА СӘЙӘХӘТ

ТЕАТР ТИГӘН СИХРИ ДОНЪЯҒА СӘЙӘХӘТ

Серле лә, тылсымлы ла донъя ул театр. Тамашасылар залда спектаклдең иң һуңғы өлөшөн – әҙер спектаклде күрә. Ә уны сәхнәгә сығарыр өсөн күпме кешенең хеҙмәте ята?! Премьера әҙерләнә  башлағанда бар цехтар, бүлектәрҙә эштәр гөрләп тора. Декорацияның макеттары эшләнә, костюмдарҙың эскиздары төшөрөлә, реквизиттар яһала…

Бөгөн Ҡ.А. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының бер төркөм уҡыусыларына ошо эштәрҙе театрҙа кемдәр һәм нисек башҡарғаны менән бер-аҙ танышыу бәхете тейҙе.

Йола буйынса экскурсия Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры музейында башланды. Музей етәксеһе Азалия Балғазина уҡыусыларға театрыбыҙҙың тарихын, уға нигеҙ һалыусылар, легендар актерҙар хаҡында ентекләп һөйләне. Бынан тыш үҫмерҙәрҙе бик ныҡ ҡыҙыҡһындырған төрлө спектаклдәрҙең макеттарын, костюмдарын күрһәтте, уларҙы уйлап табыусы театр рассамдары хаҡында әйтеп үтте.

Артабан уҡыусылар костюмдар цехында репертуарҙа барған спектаклдәрҙең костюмдарын ҡараны. Бутафорҙар цехында рәссәм-бутафор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Жучков уларға бәләкәй генә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Театрыбыҙҙың рәссамы Рөстәм Баймөхәмәтов, (әйткәндәй ул үҙе ошо гимназияны тамамлаған) экскурсияға килеүселәрҙе спектаклдәрҙең макеттары нисек эшләнеүе, костюмдарҙың эскиздарын нисек төшөрөргә кәрәклеге хаҡында һөйләне. Тегеү цехында уҡыусылар тап ошо эскиздар күлдәк, салбар, камзол, йә иһә башҡа кейемгә нисек әйләнгәнен күрҙе. Цех мөдире Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ия Старадумова теге, йәки был костюмды тегер өсөн ниндәй туҡыма кәрәклеге хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

Был экскурсияны ойоштороусы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры Хөрмәтулла Үтәшев.

“2023 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы «Остаз һәм уҡытыусы йылы» тип иғлан ителде. Шул айҡанлы Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы һәм башҡарма комитеты ағзалары теге, йәки был ойошмаларға куратор итеп беркетелде. Мине тап ошо гимназияға тәғәйенләнеләр. Март башында мин уларҙың Остаз йылына арналған сараларында ҡатнаштым. Шул ваҡытта уҡыусыларҙы театр менән яҡындан танышырға саҡырҙым.

Был экскурсияның маҡсаты иң тәү сиратта һөнәри йүнәлеш биреү. Сер түгел, театр өлкәһендә эшләр өсөн һәйбәт бутафорҙар табыу бик ауыр. Ошо осрашыуға килгән балалар араһында бер-нисәһе генә булһа ла бутафор, йә иһә театр костюмдарын дизайнлау эше менән ҡыҙыҡһынып китһә – беҙҙең экскурсия юҡҡа булмаған, тип иҫәпләргә мөмкин. Йәштәрҙе шулай бала саҡтан тәрбиәләмәһәк, театрҙа шундай һөнәр барлығын күреп, белеп үҫмәһәләр, беҙгә алмашҡа кемдәр килә? Киләсәктә лә был эште дауам итәсәкбеҙ”– тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылар театр директоры Иршат Фәйзуллинға, бар бүлектәр етәкселәренә рәхмәтен белдерҙе.