ТЕАТР ТАРИХЫ

ТЕАТР ТАРИХЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры БАССР-ҙың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта 1919 йылдың 4 декабрендә ойошторола. Уға нигеҙ һалыусы, тәүге художество етәксеһе һәм директоры – XX быуат башында Рәсәй театр мөхитендә киң танылған актер һәм режиссер, Башҡортостандың тәүге сәхнә берләшмәләре етәксеһе В.Ғ.Мортазин-Иманский.
БАССР дәүләт труппаһы тип иғлан ителгән коллектив төрлө ижади төркөмдәрҙән һәм ассоциацияларҙан оҙайлы ваҡыт дауамында ойоша.
Башҡорт дәүләт драма театрының тәүге спектакле – шағир һәм драматург Ф.Сөләймәнов-Инандың “Салауат батыр” драматик хроникаһы Мортазин-Иманский тарафынан 1919 йылдың декабрь айында ҡуйыла.
Театрҙың яңы этаптағы художество-эстетик үҙгәреше менән актер, режиссер һәм педагог М.А.Мәһәҙиев етәкселек итә. Труппа формалаша. Театрҙа милли сәнғәттең тәүге пионерҙары Хажиәхмәт Бохарский (Ғәлимов), Әмин Зөбәйеров, Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғималетдин Минһажев, Таңһылыу Рәшитова, Фәхерниса Сәмитова, Ғиниәт Ушанов, Елизавета Шляхтина-Сыртланова, Бәҙәр Йосопова һәм башҡа бик күп шәхестәр менән бер рәттән Зәйтүнә Бикбулатова, Тәлиғә Бикташева, Вәлиәхмәт Ғәлимов, Тимербулат Имашев, Хөсәйен Ҡудашев, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Садыҡов, Әҡлимә Садыҡова, Сәхи Сәйетов, Рим Сыртланов, Ғәзим Туҡаев, Рәфғәт Фәйзи, Ғабдулла Шамуҡов, Рәғиҙә Янбулатова һәм башҡа актерҙар; композиторҙар М.М.Вәлиев һмә К.Ю.Рәхимов, сценографтар С.И.Никандров, Ғ.Ш.Имашева, М.Н.Арыҫлановтар ижад итә. Был талант эйәләре милли сәхнәбеҙҙең ҡабатланмаҫ классик йөҙөн барлыҡҡа килтерә.
1935 йылда Башкорт дәүләт драма театрына академия исеме бирелә.
Сәхнәлә Баязит Бикбайҙың “Салауат”, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”, Нәҡи Иҫәнбәттең “Аҙаҡ” һәм “Портфель”, Афзал Таһировтың “Алатау” һәм “Завод”, Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, “Зимагорҙар”, Имай Насыриҙың “Иптәш Сибай”, Вәли Ғәлимов һәм Ғәйнан Әмириҙең М.Ғафури повесы буйынса эшләнгән “Ҡара йөҙҙәр”, Ҡадир Даяндың “Таңсулпан”, Николай Погодиндың “Мылтыҡлы кеше” һәм башҡа әҫәрҙәр ҡуйыла. Классиканан Фирҙәүси, Сервантес, Лопе де Вега, В.Шекспир, Ф.Шиллер, Г.Гейне, А.С.Пушкин, Н.В.Гоголь, А.Н.Островский, Л.Н.Толстой, А.П.Чехов, А.М.Горький һ.б. исемдәрҙе атарға мөмкин.
1970 йылда театр Хезмәт Кызыл Байрак орденына лайыкбула.
1971 йылда театрға Мәжит Ғафури исеме бирелә.
1955-1985 йылдар – театрҙа көслө гуманистик традицияларҙы яңыртыу һәм труппаның кешелектең әхлаҡи һәм эстетик үҫешенә үҙ өлөшөн индереү ваҡыты. Ошо осорҙа БАДТ В.Ғ.Ғәлимов, Ш.М.Мортазина, Л.В.Вәлиев, Р.В.Исрафилов, В.Сәйфуллин һ.б. режиссерҙар ижад итә. 1959 йылда Мәскәүҙән А.В.Луначарский исемендәге ГИТИС -ты тамамлап бер төркөм йәштәр ҡайта.
1981 йылдан – баш режиссер, һуңғараҡ художество етәксеһе булған Р.В.Исрафилов театр тарихына бик күп сағыу биттәр яҙҙы.
Был осор М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры өсөн бик күп талант эйәләренең эшмәкәрлеге менән бәйле ҙур ижади еңеүҙҙәр мәле булараҡ һанала.
2000 йылды театр янғындан һуң ҡайтанан яңыртылған бинала ҡаршылай.
2005 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрының баш режссеры итеп Айрат Абушахманов тәғәйенләнә. Театр сәхнәһендә бер-бер артлы Ә.Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!”, М.Ғафуриның “Ҡыҙыл йондоҙ”, Б.Бикбай һәм З.Исмәғилевтың “Ҡоҙаса”, К.Кизи буйынса “Кәкүк ояһы”, Г.Х.Андерсен буйынса “Үҙ йөрәгеңде тыңла”, Т.Миңнуллиндың “Мулла”, Н.Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди Туған”, А.Чеховтың “Туй”, М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” һ.б. спектаклдәр ҡуйыла.
2006 йылда А.Абушахманов сәхнәләштергән “Кәкүк ояһы” IV Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙар фестивалендә “Иң яҡшы спектакль”, “Иң яҡшы режиссерлыҡ эше”, “Иң яҡшы ирҙәр роле” номинациялары буйынса еңеү яулап, Гран-приға лайыҡ булды. Тағы ла ике йылдан спектакль дүрт номинация буйынса (“Иң яҡшы спектакль”, “Иң яҡшы режиссерлыҡ эше”, “Иң яҡшы ирҙәр роле” (Х.Үтәшев, А.Әмиров)) “Алтын битлек” Милли театр премияһына тәҡдим ителде. Был спектакль менән театр 2007 йылда Түбәнге Новгородта үткән “Реаль театр” Бөтә Рәсәй фестивалендә, 2009 йылда Минск ҡалаһында “Панорама” Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты.
Театр репертуарында башҡорт милли драматургияһы әҫәрҙәре өҫтөнлөк алыуы тәбиғи. («Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев), «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим), «Серле көршәк» (З.Биишева), «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов), « Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» (Т.Ғарипова), «Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Иргалин), «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури. А.Абушахманов. Ш.Ғилманова инсц.) һ.б.
Репертуарҙа, шулай уҡ, рус һәм донъя классик әҫәрҙәре үҙенсәлекле урын тота. (А.Островский «Бирнәһеҙ ҡыҙ», А.Толстой «Алтын асҡыс», Софокл «Эдип батша», Ш.Перро «Итекле бесәй» һ.б)
2007 — Бәләкәй сәхнә асыла.
Спектаклдәр ҡуйыу мәҙәниәте һәм башҡарыу сәнғәтенең юғарылығы театрға бик күп фестивалдәрҙә (“Науруз”, Ҡазан; “Простор-театр”, Истанбул, 2005, 2006; “Желанный берег” – Лики Чингисхана, Бүрәт Республикаһы, Саха-Яҡутстан, 2005; “Реальный театр”, Түбәнге Новгород, 2007; “Театральное Поволжье”, Пенза, 2011 һ.б.) ҡатнашып уңыш ҡаҙанырға мөмкинлек бирә
2008 йылда БАДТ Шанхай драма сәнғәте үҙәге (ҠХР) менән алмаш гастролдәр уҙғарҙы.
2010 йыл — «Серле көршәк» (З.Биишева) әкиәте “Арлекин” Рәсәй Милли театр премияһының «Спектаклдә иң яҡшы пластика” номинацияһында еңеү яуланы.
2010 йылда Төркиәлә үткән Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә театр Истанбул ҡалаһында “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” спектаклен уйнаны. Ататөрөк роле өсөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Төрөк Республикаһының Исмәт Кюнтай премияһына лайыҡ булды.
2011 йылда театр “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” спектакле (реж.А.Абушахманов) менән Төркиәнең Конья ҡалаһында “Мең һулыш – бер тауыш” Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты.
2012 – Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов
2012 йылдың сентябрендә Төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ“ Халыҡ — ара фестивалендә “Ай тотолған төндә” (М.Кәрим, реж. А.Абушахманов) спектакле “Иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн” номинацияһында еңеүсе була.
2013 йыл — “Аҡ пароход” драмаһы (С.Айытматов, инсц. авторҙары — Л.Зайкаускас, О.Ханов, реж.- Л.Зайкаускас) Ҡаҙағстан Республикаһында Башҡортостан көндәре сиктәрендә Астана һәм Ҡустанай ҡалаларында уйналды.
2014 — театр 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Театр тураһында 3 томлыҡ йыйынтыҡ донъя күрҙе. Мәскәүҙең «Сатирикон» театрында гастролдәр уҙҙы.
2015 — Ҡазанда гастролдәр (апрель). «Ҡара йөҙҙәр» М. Ғафури (А. Абушахманов, Ш.Ғилманова инсц.) «Нәүрүз» Халыҡ-ара фестивалендә
ҡатнашты. ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары ҡунаҡтарына 4 спектакль — «Ҡаһым түрә», «Руди – невер офф…», «Шәүрәкәй», «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» спектаклдәре күрһәтелде.