Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры кескәй балалар өсөн онотолмаҫлыҡ экскурсия ойошторҙо. Был сараны драма артисы Зиләрә Юлтаева алып барҙы.
Зиләрә Валерий ҡыҙы экскурсияны театрҙың бай тарихына шаһит булған музейҙан башланы. Артабан ҡунаҡтар грим һәм костюм цехтарының мөғжизәле донъяһы менән танышты. Бында тамашасылар сәхнә образдарының нисек тыуыуына, һәр бер деталдең ниндәй тырышлыҡ һәм оҫталыҡ менән булдырылыуына шаһит булды. Ахырҙа, Зиләрә Валерий ҡыҙы ҡунаҡтарҙы сәхнәнең үҙенә алып сыҡты, уларға был сәнғәт төрөнөң үҙенсәлектәре һәм серҙәре хаҡында һөйләне. Ә экскурсиянан һуң балалар «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектаклен ҡараны — әкиәт донъяһына тағы ла тәрәнерәк сумып, ысын байрам тойғоһо алды!
Сара Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзына 150 йыл тулыуға бағышланған “Театр. Призвание” федераль марафоны сиктәрендә ойошторолдо. Ул театр сәнғәтенең быуындар бәйләнешен, традицияларҙың ҡәҙерен һәм киләсәккә булған ышанысты тағы бер тапҡыр иҫбатланы.