ТЕАТР МУЗЕЙЫ

ТЕАТР МУЗЕЙЫ

Театр хаҡында музей артефакттары

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры музейының башланғыс осоро 1939-сы йылдарға тура килә. Тап шул йылда театр директорының музей советын булдырыу тураһындағы ҡарары донъя күрә. Советҡа Башҡорт театрының күренекле әһелдәре – Хажи Бохарский, Елизавета Сыртланова-Шляхтина, Әмин Зөбәйеровтар алына. Тап ошо йылдарҙан музей фондын йыйыу эштәре башлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында йыйылған әйберҙәрҙең бик аҙ өлөшө генә һаҡланып ҡалған. Шулар араһында тарихи предметтарҙы раҫлаусы афишалар, фотоһүрәттәр, документтар бөгөнгө көндәргә тиклем килеп еткән. Йылдар үтә, театр йәшәй, ижади яҡтан нығына һәм спектаклдәр, даталар, исемдәр йылдарҙан-йылдарға күсеп, тарих биттәренә яҙыла бара. Театр тарихының 102-се битен асыуға инде үҙ музей “багажы” йыйылды. Шулар араһынан мин үҙ классификацияһы булған ҡыҙыҡлы артефакттарҙы барланым.

Иҫтәлектәр

Башҡортостандың әҙәби һәм ижтимағи бәйләнештәре хаҡында билдәле рус яҙыусыһы Александр Фадеев (1901-1956) тарафынан күп яҙылған. Беҙҙең өсөн иһә уның башҡорт театры һәм А.Таһировтың “Завод” спектакле тураһындағы тәьҫораттары ҡәҙерле. Былар хаҡында ул 1932 йылдың 14 мартында күренекле рус яҙыусыһы Максим Горькийға яҙған хатында бүлешә:

«Были недавно в башкирском театре. В громадном помещении, построенном Аксаковым, ходили очень веселые башкиры и башкирки, чувствовавшие свое несомненное право гулять и смеяться в этом здании. Пьеса — о вредительстве на одном башкирском медеплавильном заводе. Трактовка очень упрощенная и схематичная, но все доведено до такой наивности и примитивности, что приятно и весело смотреть. Автор — в прошлом батрак, а теперь председатель Башкирского ЦИКа, — смотрел свое детище наивными глазами и был, видно, рад, что все это сам придумал, вызвал к жизни весь этот веселый маскарад и грохот. Главную роль — старого крестьянина, открывшего ценные месторождения руды, которые хотят скрыть вредители, а крестьянина сжить со света, — играл глухой старик-башкирин, в прошлом уральский рабочий, 25 лет участвовавший в любительских башкирских спектаклях, теперь заслуженный артист республики. Играл, надо сказать, очень талантливо, – публика, все больше молодежь, яростно хлопала: нет никаких сомнений, что молодежь эта той породы, которая будет сама великолепно добывать и плавить руду, читать прекрасные книги на башкирском языке и писать пьесы гораздо лучше этой. В числе зрителей сидела молодая башкирка из деревни с грудным ребенком, — ребенок никак не мог уснуть от грохота на сцене, она его тут же кормила то левой, то правой грудью, но так и не ушла до конца пьесы. В общем все было очень здорово, почище всякой эпохи Возрождения» (Александр Фадеев. Письма 1916—1956. Москва, издательство «Советский писатель», 1967 г.).

Күренекле чехославак дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы, музыка белгесе Зденек Неедлы (1878—1962) үҙенең «Борьба за новую Россию» китабында шулай уҡ беҙҙең театр хаҡында телгә алып үтә: «Я видел Башкирский театр и театры других народностей, и всюду чувствовался дух Станиславского, чье искусство становилось, таким образом, больше, чем русским, – всесоветским и живет сегодня в новых формах у этих разных народностей».

Телеграммалар

Үҙенең быуаттан ашыу тарихында театр адресына бик күп телеграммалар килә. Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ! Эшлекле, ҡотлау, ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары… Йылдар үтә, һәм улар мөһим тарихи документтарға әйләнә:

1927 йыл. Драматург Ф.Бурнаштың БАССР-ҙың мәғариф комиссары А.Ғисмәтуллинға яҙылған, Башҡорт театры етәксеһе В.Мортазинға тәғәйенләнгән телеграммаһы: «Крайне возмущен задержкой выплаты гонорара последний раз прошу телеграфно перевести причитающиеся за последние годы авторские. Гостаттеатр. Бурнаш».

1930 йыл. 1930 йылдың йәйендә театр СССР халыҡтарының театрҙар һәм сәнғәт олимпиадаһында ҡатнаша. Был ХХ быуаттың 30-сы йылдарындағы “аслыҡ” ваҡытында ил театрҙары тормошондағы әһәмиәтле ваҡиға була. Театр музейында һаҡланған бер нисә телеграмма, асылда, Олимпиаданың “һирәк” документтары араһына ингән  уникаль таныҡлыҡтар.

«Срочно вышлите фото спектаклей показываемых Олимпиаде нужны прессе. Олимпиада. Саллави».

1935 йыл. 1934 йылдың декабрендә театрға 15 йыл тула. 1935 йылдың ғинуарында “Красная Башкирия” гәзите ( 1935 йыл, 10 ғинуар һаны) илдең күренекле театр эшмәкәрҙәренән беҙҙең театр исеменә ҡотлау телеграммаларын баҫтыра:

«В дни вашего 15-летнего юбилея гостеатр им. Мейерхольда горячо приветствует детище Октября, созданное трудящимися Башкирии и своей работой осуществляющее сталинский лозунг о создании культуры, национальной по форме, социалистической по содержанию. Москва. Мейерхольд».

«Академический Малый театр горячо приветствует славное 15-летие Башкирского театра и желает ему дальнейшего блестящего расцвета на благо братской Башкирской республики. Москва».

«Пламеннный привет от руставельцев соратникам, борцам советской культуры, работникам Башкирского гостеатра. Тифлис. Руководитель театра Руставели Сандро Ахметели».

«Ленинградский ТЮЗ приветствует работников Башкирского драмтеатра со славным юбилеем его работы на фронте национального искусства. Заслуженный деятель искусства — Брянцев».

1939 йыл. Театрҙы 20-йыллығы уңайынан билдәле әзербайжан драматургы, композитор, ғалим, ҡасандыр беҙҙең театрҙа барған, ҡабатланмаҫ  “Аршин мал алан” музыкаль комедияһының авторы Узеир Гаджибеков ҡотлай:

«Горячо поздравляю весь коллектив театра славным юбилеем. Желаю дальнейших успехов деле развития социалистического искусства на благо народа. Народный артист СССР Узеир Гаджибеков. Баку».

1944 йыл. Театрҙың 75-йыллығы айҡанлы ҡотлау телеграммаһында СССР-ҙың халыҡ артисы Михаил Александрович Ульянов уңыштар теләп кенә ҡалмай, ә тиҙерәк “өй туйларға” ла теләй. Сөнки 1993 йылда сыҡҡан янғындан һуң, театр төрлө сәхнә майҙансыҡтарына йөрөп сығыш яһарға мәжбүр була:

«Дорогие друзья горячо поздравляю юбилеем примите пожелания новых успехов процветания скорого новоселья вашему замечательному театру счастливой творческой судьбы каждому из вас искренне ваш – председатель СТД России Михаил Ульянов. Москва».

Көндәлектәр

Ҡайһы саҡта ябай көндәлектең, билдәле шәхестеке булһынмы ул, ябай кешенекеме – ваҡыт үтеү менән, теге йәки был дәүерҙең барлыҡ өлкәһен сағылдырыусы ҡиммәтле документҡа әйләнеүен  тарихсылар күптән әйтте. Музейҙа ҡайһы бер актерҙарҙың, театр эшмәкәрҙәренең көндәлек яҙмаларын өйрәнеү эше алып барыла. Һеҙҙең иғтибарға 1935 йылғы сәхнә инспекторының көндәлегенән фрагмент тәҡдим итәм (яҙыу стиле һәм орфография үҙгәрешһеҙ һаҡлана):

«15 июня. Открытие сезона в Москве. М.Х.Т.2. «Алатау». Начало 8.20 сп. После 3-го звонка на сцене … т.т. 1.Курбангулов. 2.Янбулатова 3.Баширова. Сначала было объяснение т.Муртазина о цели приезда театра в Москву и о содержании спектакля. Спектакль шел хорошим успехом. После окончания спектакля были не останавливающиеся аплодисменты. Конец спектакля 12.15 минут»;

«16 июня. «Карагул». Начало в 8.10. Спектакль шел средний. … были большие аплодисменты. В начало 3 карт. «Штаб» опоздал на выход. Конец спектакля 12.15.»;

«17 июня. «Отелло» Начало 8.15. В начале было объяснение тов. Бухарского о кратком содержании пьесы. В виду не пошивки костюмов и в виду приезда реж. тов. Бухарского только в день премьеры, по части костюмов были большие недостатки. В виду не отрепетированности с массой — массовые сцены спектакля шли ниже прошлых. Конец спектакля 12.10.»;

«18 июня. «Сибиряк Гильман». Начало 8.10. В начале объяснение тов. Саттарова о кратком содержании пьесы. Начало спектакля без темпов. Оживление только с 2 картины. В виду не репетированности на станках были некоторые недостатки, задержки антрактов. В конце спектакль шел гораздо оживленно. Ярких недостатков кроме реквизиторского цеха который потерял выписки. Не приготовили всех необходимых вещей. Конец спектакля 11.45 минут».

Яҙмаларҙан күренеүенсә, инспектор тамаша алдынан режиссерҙар спектаклдең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырыуы хаҡында телгә ала. Был рус телле тамашасылар өсөн эшләнелгән. Сөнки ул ваҡытта әле синхрон диктор тәржемәһе булмаған.

 Рецензиялар һәм мәҡәләләр

Билдәле булыуынса, театр – ул “тере” сәнғәт һәм шунлыҡтан, беҙ, мәҫәлән, А.Таһировтың “Алатау” спектакленең 1935 йылғы ҡуйылышын теүәл генә һүрәтләй алмайбыҙ. Әммә Мәскәү тәнҡитсеһе В.Гределдең һаҡланып ҡалған рецензияһы ярҙамында бер аҙ күҙ алдына килтерәбеҙ: «В постановке «Ала-тау» — пьесы большого революционного действия с нарастающими событиями — театр попытался играть под московские театры. Режиссер допустил слишком замедленные темпы игры там, где действие должно быть более активным, слишком длинные режиссерские паузы там, где необходимо нарастающее действие, излишнее психологическое подчеркивание переживаний героев там, где эти переживания должны быть простыми и искренними». Журналистарҙың, театр белгестәренең төрлө гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре спектаклдең нисек булыуын, уның көслө урындарын һәм етешһеҙлектәрен аңларға ярҙам итә. Шуныһы менән был мәҡәләләрҙең тарих өсөн әһәмиәте бик ҙур. Әлбиттә, был баһаларҙа бер аҙ субъективлыҡ һәм идеологик тоналлек күҙгә ташлана, сөнки быны совет власы талап иткән. Тәүге осорҙа спектакль хаҡындағы тәьҫораттары менән гәзит биттәрендә яҙыусылар, шағирҙар, йәмғиәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, эшселәр бүлешкән. Һуңғараҡ, театрға бәйле фәндәр килеп сыҡҡас, беҙҙең спектаклдәрҙе республиканың билдәле театр белгестәре һәм тәнҡитселәре – Ф.Вәхитов, С.Волков-Кривуша, С.Сәйетов, Д.Байтирәкова, Ә.Аралбаева, С.Кусимова, Г.Вербицкая, Д.Дәүләтшина, Р.Ильясова, Л.Фарзутдинова ғына түгел, ә етди Мәскәү театр белгестәре В.Я.Калиш, Н.А.Крымова, А.Ю.Соколянский, Е.И.Стрельцова, Н.Д.Старосельская, И.Л.Алпатова һ.б. анализланылар.

Фотоһүрәттәр

Бөгөнгө көндә уларҙың һаны 10 меңдән ашыу. Музейҙағы фотолар коллекцияһы йөкмәткеһе буйынса уникаль,  уны асыҡ йылъяҙма тип атарға мөмкин. Коллекцияға театр миҙгелдәренең тәүге осорон мәңгеләштергән билдәһеҙ фотографтарҙың да, шулай уҡ, исемдәре республикаға таныш булған фотографтар: О.Полянский, А.М.Виноградов, В.А.Стрижевский, А.Акбутин, В.Худяков, С.Барабаш, Р.Шумнов һәм башҡаларҙың да ижады ингән. Коллекция Башҡорт театры тарихын ғына түгел, ә бөтөн донъяның театр сәнғәтен өйрәнеүҙә яҡшы сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала. Айырыуса уның 1920-30-сы йылдарҙағы фотоһүрәттәр өлөшө ҡиммәтле. 1937 йылғы сәйәси репрессиялар осороноң аяуһыҙ еле беҙҙең республиканың да билдәле мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә ҡағылмай ҡалмай. Шулар араһында театрға нигеҙ һалыусы В.Мортазин-Иманский һәм тәүге профессиональ режиссер М.Мәһәҙиев та бар ине. Уларҙың исемдәрен телгә алмаҫҡа, оноторға ҡушыла, тормоштары һәм ижадтары хаҡында раҫлаусы материалдар юҡ ителә, фотоларҙан йөҙҙәре йыртып алына, текстарҙа исемдәре һыҙып ташлана. Шуның өсөн дә беҙгә ошо осорҙағы һарғайып, сыйылып бөткән, әммә бөгөнгө көндәргә тиклем килеп еткән фотоларҙың әһәмиәте ҙур һәм улар ҡиммәтле.

1970 йылдарҙа актрисалар Т.Бабичеваның һәм Г.Мөбәрәкованың күркәм фотопортреттары совет осороноң төп театр журналдары – “Театр”, “Театр тормошо”ноң тышын биҙәне. Шулай уҡ, һирәк, уникаль фотокадрҙар араһында режиссер К.Бакировтың бөйөк театр эшмәкәре, К.Станиславскийҙың көрәштәше В.Немирович-Данченко менән йәки актриса Э.Юнысова илебеҙ президенты В.Путин менән төшкән фотолар бар.

Афишалар, программкалар

Афишалар һәм программкалар факт буйынса иң дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы һәм баҫма реклама продукцияһы эволюцияһының өлгөһө булып торалар. Спектаклдең темаһын, идеяһын, жанрын йәки режиссер концепцияһын сағылдырыусы программкалар ябай, штамплы, аҡ-ҡара төҫтәге, ҡулдан төшөрөлгәндән алып, авторы булған, стилле, графикалы рәсемлегә тиклем килеп етте. Театрҙың 100-йыллығына 1960-80-се йй. спектаклдәрҙең афишалары менән “Ретро-календарь” сығарылды.

Костюмдар

Ижад юлының башында, әле театрҙың эсендә бүлектәргә һәм цехтарға бүленеш булмаған саҡта, режиссерҙар һәм актерҙар костюмдарҙы үҙҙәре һайлап, үҙҙәре теккәндәр. Ә милли кейемдәрҙе ауыл кешеләренән ҙур булмаған хаҡҡа һатып алғандар. Иң тәүге ҡыйбатлы спектакль А.С. Пушкиндың “Борис Годунов” (1937) әҫәре булған. Спектаклдең рәссамы М.Арыҫланов иҫтәлектәренән өҙөк: «Перед нами встал вопрос: где достать нужные материалы – парчу, меха, дорогие ткани, предметы быта. Нужно было одеть многочисленных бояр и массовку, соответствующей должна была быть и декорация». Һөҙөмтәлә, рәссам һәм режиссер М.Мәһәҙиев үҙҙәренең ауыр бурысын атҡарып сыға: спектакль уңыш ҡаҙана, халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ә һаҡланып ҡалған фотолар аша был спектакль геройҙарының костюмдары ниндәй зиннәтле һәм ысын театрҙағыса булыуын күрергә мөмкин. Тәүге спектаклдәрҙең костюмдары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмауы шуның менән аңлатыла – финанс яғы насар булғанлыҡтан, бөтә костюмдар ҙа һүтелеп, икенсе спектаклдәр өсөн ҡабат тегелгән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған һәм туҙғансы кейелгән. Иң боронғо һәм ниндәйҙер хикмәт менән бөтөн ҡалып, бөгөнгө көндәргә килеп еткән костюмдар рәтенә З.Бикбулатованың һәм Р.Янбулатованың Дездемона роле өсөн (У.Шекспирҙың “Отелло” спектакле, 50-се йй. урт. – 60-сы йй. башы) тегелгән костюмдарын индерергә мөмкин. Музейҙың даими экспозициялы залында “Ай тотолған төндә” спектакленән Тәңкәбикә (арт. Г.Мөбәрәкова), “Иванов” спектакленән Сарра (арт.З.Атнабаева), “Башмағым” спектакленән Кәрим бай (арт.Ф.Гафаров), “Башҡорт туйы” спектакленән Йәнгилде (арт. З.Вәлитов), “Собака на сене” спектакленән Диана (арт. Т.Бабичева) һ.б. персонаждарҙың костюмдарын күрергә була.

Эскиздар һәм макеттар

         Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең музейҙың коллекцияһы эскиздар һәм макеттар йәһәтенән бик ярлы. Театрҙың тәүге рәссамы С.Яҡшыбаевтың, шулай уҡ, С.Никандровтың, Р.Ибәтуллиндың, М.Арыҫлановтың, Ғ.Имашеваның, С.Кәлимуллиндың эскиздары юҡ (эскиздарҙың һәм макеттарҙың бары тик бер нисә фотоһүрәте генә һаҡланған). Әлеге көндә музейҙа билдәле Рәсәй сценографы Т.Г. Еникеевтың “Бибинур, ах, Бибинур!” һәм “…Шайморатов генерал” спектаклдәренә (Ф.Бүләков) эшләнгән макеттары менән танышырға мөмкин. Беҙҙә сценограф Д.Хильченконың “Башмағым” спектакленә (Х.Ибраһимов) арналған бер нисә декорация һәм костюм эскиздары һаҡлана. 2013-14 йылдарҙа ҡайһы бер эскиздар үҙҙәре ҡулға килеп эләкте. Мәҫәлән, театрҙа оҙаҡ йылдар баш рәссам булып эшләгән Ғ.Имашеваның уникаль эскиздарын (М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” һәм К.Тинчуриндың “Зәңгәр шәл”) музейға уның улы У.Имашев бүләк итте. Шулай уҡ, билдәле башҡорт рәссамы А.Х.-Л. Ғиләжев Ғ.Шафиҡовтың “Һәҙиә” спектакленә (1991 й.) эскизын бүләк итһә, рәссам Д.Бакиров беҙҙең 4 спектаклгә арналған эскиздарын бирҙе: С.Суринаның “Заятүләк менән Һыуһылыу” (1999 й.), З.Вәлитовтың “Аҡъял батыр” (2000 й.), Х.Зариповтың “Һүнмәһен-һүрелмәһен” һәм А.Йәғәфәрованың “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” (2001 й.).

 

Мебель әйберҙәре

Музейҙа күренекле башҡорт актрисаһы Зәйтүнә Бикбулатованың мебель әйберҙәре һаҡлана. Шулар араһында уның яратҡан креслоһы ла бар. Шулай уҡ актрисаның мөһабәт һәм аҡыллы итеп ҡарап ултырған билдәле портреты ла эленеп тора (рәссамы У.Мөхәмәтшин). Беҙ уның әйберҙәренән бәләкәй генә интерьер фрагменты булдырҙыҡ: яҙыу өҫтәлендә – уның пьесалар экземпляры, күҙлеге, ручкаһы, тамашасылары бүләк иткән сәскәләр менән вазаһы, ә янында креслоһы һәм янып торған торшеры. 2021 йылда экспозиция залында тағы ла бер раритет барлыҡҡа килде – актриса Гөлли Мөбәрәкованың шәхси грим өҫтәле. Өҫтәлдәге әйберҙәренең урынлашыу тәртибе ҡасандыр актриса үҙе ҡуйғанса, үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды.

Бүләктәр

Күпләгән бүләктәр араһынан ниҙелер айырып ҡына атап булмай. Сөнки улар бөтәһе лә ҡәҙерле һәм иҫтәлекле, уларҙа – хеҙмәттәштәр менән шатлыҡлы осрашыуҙар, тамашасылар менән йылы күрешеүҙәр, гастролдәр, фестивалдәр, юбилейҙар… Бүләктәр араһында –  төрлө-төрлө вазалар, декоратив паннолар, тәрилкәләр, ҡурсаҡтар, статуэткалар, сувенирҙар, китаптар һәм башҡалар. Мәҫәлән, беҙҙең коллекцияла театрҙың 60-йыллығына ваҡытында бөйөк С.М.Киров ис.Өфө заводы бүләк иткән телефон аппараты бар. Ә Үзбәкстандың Яҙыусылар союзы йәки Шанхайҙың сәнғәт үҙәге биргән декоратив тәрилкәләр дуҫлыҡтың, халыҡтар сәнғәтенең һәм әҙәбиәтенең берҙәмлеген символлаштыра. Тағы ла соцреализм стилендәге бер үҙенсәлекле бүләк бар: кемдер үҙенең “пионер” ҡулдары менән В.И.Лениндың портретын ябай ситса туҡымаға сигеп төшөргән һәм актриса Рәғиҙә Янбулатоваға бүләк иткән булған.

Тамашасылар китабы 

Беҙҙең иң төп тәнҡитсебеҙ ул – тамашасы һәм беҙгә уның театр тураһындағы фекере бик мөһим. Театр тамашасыларҙың һәм хөрмәтле ҡунаҡтарҙың фекерҙәре яҙылған китаптарҙы ҡәҙерләп һаҡлай:

15 март 1975 йыл. «Мы, труппа слушателей ВПШ при ЦК КПСС сердечно благодарим всех участников спектакля «Тальян гармун» за доставленное нам удовольствие. Мы познакомились с маленьким кусочком жизни республики, восхищены мастерством актеров, их темпераментом, полной самоотдачей, живым контактом зрителей и актеров. Большое спасибо!». Магадан, Ургенч, Саранск, Мәскәү, Хмельницкий, Чебоксары, Ҡурған, Запорожье, Тула ҡалаларынан тамашасыларҙың ҡултамғаһы.

10 апрель 1985 йыл. Билдәле украин опера йырсылары, УССР-ҙың халыҡ артисы Анатолий Мокренко һәм УССР-ҙың атҡаҙанған артисы Александр Чулюк-Заграй “Ғәлиә” спектакле хаҡында тәьҫораттары менән бүлешә: «Взволнованы очень глубоко спектаклем «Галия», высотою ее святынь, безоглядной искренностью чистой совести драматурга, настоящим профессионализмом создателей спектакля. Мы видели много, нас удивить трудно и все же мы и удивлены и тронуты. Спасибо, дорогие коллеги, за радость настоящего творчества, за сознание настоящей его миссии перед людьми! Спасибо Загир и Галия за интенсивность переживаний, за лаконизм, за Вашу профессиональную многогранность! Спасибо всем за художественную правду! Успехов вам и творческого удовлетворения!».

1987 йыл. Август айында театр Ҡаҙағстанға гастролдәр менән бара. Уларҙың килеүенә, бигерәк тә, беҙҙең яҡташтар ҡыуана: «За это время мы посещали ваши спектакли с сестрами и очень довольны. Просим вас приезжать почаще. Большое спасибо за спектакли. С большим уважением к артистам Башкирского драмтеатра Хасиба, Рауфа, Флюра. 15 августа».

2005 йыл. «К сожалению, мы не знаем башкирский язык. Но театр — само здание, дизайн, актеры — отлично!».

Музей тағы ла бик күп артефакттар һаҡлай: ижади йыйылыштарҙың протоколдары, пьесаларҙың режиссер һәм актер өсөн экземплярҙары, төрлө яҙмалар, картиналар, китаптар, журналдар, ҡайһы бер спектаклдәрҙең видеояҙмалары… Бер һүҙ менән әйткәндә, Театр тигән мәңгелек сәнғәтте өйрәнеүҙә шатлыҡ килтереүсе барлыҡ әйберҙәр һаҡлана беҙҙә.