Театрҙағы байрам саралары

Театрҙағы байрам саралары

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө. Ошо уңайҙан театрҙағы сараларҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Театр сәхнәһендә:

  • “Хыялый” лирик комедияһы (С.Әбүзәр пьесаһы буйынса, режиссеры А.Йәнбәков). Башлана: 19.00 сәғ.

Онлайн:

  • “Шиғриәт кисәһе”. Театрҙың артистары башҡарыуындағы шиғри шәлкемдәр матур бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп бара. Тамаша 17.00 башлана (Мәскәү буйынса 15.00)

Кисәне ҡарау өсөн һылтанма Тамашаны ҡарау бушлай. Теркәлеү кәрәкмәй.  

  • Илшат Йомағоловтың пьесаһы буйынса “Нәркәс” мелороматик трагедияһы. Режиссеры – Илдар Гиләжев. Нәркәс ролендә – Башҡортостандың  атҡаҙанған артисткаһы Фирүзә Аллаярова (Фирүзә Париж), Тимерхан ролендә – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров. Башлана 21.00 (Мәскәү буйынса 19.00)

Спектаклде ҡарау өсөн һылтанма Тамашаны ҡарау бушлай. Теркәлеү кәрәкмәй.