Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрына драматург, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтоң тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолған тантанала шәхескә бюст ҡуйылды һәм уның исеме бирелде. Илшат Йомағолов Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театрының ижади коллективын ойоштороуға башланғыс һалған.

Республиканың театр сәнғәте тормошондағы тарихи ваҡиғаға саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. Сарала шулай уҡ Илшат Йомағоловтың тормош иптәше, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамова, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов һәм Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашты.

Тантананан һуң ҡунаҡтар танылған драматургтың биографияһына һәм ижадына арналған күргәҙмәлә булдылар.

Leave a Reply