“Серле Ҡыш бабай” акцияһын иғлан итәбеҙ

“Серле Ҡыш бабай” акцияһын иғлан итәбеҙ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Серле Ҡыш бабай” Яңы йыл хәйриә акцияһын иғлан итә

Яңы йыл алдынан беҙ бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ,  йәше лә, ҡарты ла шуға ышанып йәшәй. Бигерәк тә, балалар бүләктәр, байрам кәйефен таратыусы, уларҙың иң изге теләктәрен тормошҡа ашырыусы Ҡыш бабайҙы түҙемһеләнеп көтә.

Әлбиттә, был байрам осоронда һәр ата-әсә лә балаларын яратҡан әкиәт персонаждары һәм Яңы йылдың төп геройҙары – Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осраштырыр өсөн төрлө театр тамашаларына йөрөтөргә тырыша. Шулай ҙа был мөмкинселектән мәхрүм булған кескәйҙәр ҙә бар…

Ҡәҙерле дуҫтар! М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Серле Ҡыш бабай” ролен башҡарып, балаларға әкиәт бүләк итергә тәҡдим итә!

Нисекме? Еп-еңел! “Серле Ҡыш бабай” булырға теләүсе һәр кеше Башдрамтеатр кассаһында Яңы йыл әкиәттәренә билет һатып алып, уны махсус йәшниккә һалып ҡалдыра ала. Артабан театр хакимиәте һеҙҙең мөғжизәле билеттарығыҙҙы балалар йорттарында, социаль-реабилитация үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бүләк итәсәк.

Акция 1 декабҙән 25-нә тиклем дауам итәсәк.

“Бәхетле булыр өсөн, кемделер бәхетле итер кәрәк”, – ти беҙҙең “Бәхет хаҡы” спектаклендәге герой. Әйҙәгеҙ, Яңы йыл мәлендә балаларға бәхет, шатлыҡ өләшәйек, уларҙа мөғжизәгә ышаныу көсөн арттырайыҡ. Серле Ҡыш бабай булайыҡ!