Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән 2026 йыл Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Был башланғыс халыҡ-ара һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлауға, тарихи мираҫты һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Ошо бүлектә театрҙың махсус проекттары, Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте һәм әҙәби мираҫына арналған материалдар урын аласаҡ. Шундай проекттарҙың береһе — халыҡтарҙың бай фольклорын, телен һәм рухи ҡиммәттәрен сағылдырған «Рәсәй халыҡтары әкиәттәре» аудиоәкиәттәр циклы.

https://vk.com/wall-8776450_70380