Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директоры
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2025)
1996–2000 йылдарҙа З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (СССР-ҙың халыҡ артисының Г. А. Мөбәрәкова оҫтаханаһы) һәм 2006–2010 йылдарҙа Б. Щукин исемендәге Рәсәй театр институтын (профессор А. М. Поламишев һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы С. И. Яшин оҫтаханаһы) тамамлай. 2019–2020 йылдарҙа Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Стратегик менеджмент» программаһы буйынса яңынан һөнәри әҙерлек үтә.
Ижад итеү һәм ойоштороу эшмәкәрлеге:
Башҡортостан Республикаһының Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе (продюсер Ә. Яхина-Иванова менән берлектә). Үҙәктә 11 йыл эсендә 50-нән ашыу белем биреү семинарҙары, режиссёр лабораториялары һәм проекттар үткәрелә. Улар араһында: хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы буйынса республика семинар-лабораториялары, «Замандаш» театр-фольклор экспедициялары, «ДрамКвадратик» белем биреү проекты, хәҙерге прозаны һәм төрки музыка әҫәрҙәрен сәхнәләштереү буйынса арт-резиденциялар һәм лабораториялар, үҫмерҙәр өсөн социаль проекттар.
З. Сөләймәновтың ҡуйған спектаклдәре:
Башҡортостан һәм Татарстан республикалары театрҙарында 50-нән ашыу спектакль ҡуя. Улар араһында — Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында, С. Өметбаев исемендәге Минзәлә татар дәүләт драма театрында, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Өфө «Нур» дәүләт татар театрында, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында, Әлмәт татар дәүләт драма театрында, К. Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театрында һәм башҡа театрҙарҙағы эштәр.