НУРИЯ ИРСАЕВАҒА ОРДЕН ТАПШЫРЫЛДЫ

НУРИЯ ИРСАЕВАҒА ОРДЕН ТАПШЫРЫЛДЫ

Беҙҙең театрыбыҙҙың легендаһы, тамашасыларҙың яратҡан актрисаһы, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев дәүләт премияһы лауреаты, Өфөнөң почетлы гражданы Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаеваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Нурия Исхаҡ ҡыҙын был награда менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.