Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ырымбурға гастролгә юлланды. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре.
9 һәм 10 ноябрҙә Ырымбур ҡалаһының М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрында Ырымбур тамашасыһына 3 спектакль тәҡдим ителәсәк.
Бөгөн, 9 ноябрь тамашасы иғтибарына «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова, реж. А.Абушахманов) спектакле тәҡдим ителәсәк. Башлана 18.30 сәғәттә.
Иртәгә, 10 ноябрҙә тамашасылар ике спектакль ҡарай ала, улар:
– «Амеля» (Н.Крашенинников романы буйынса, А.Балгазина инсц., пластика буйынса реж. А.Мустаева). Башлана 12.00 сәғәттә.
– «Һинһеҙ килгән яҙҙар» (З.Ҡадырова, реж. А.Абушахманов). Башлана 18.30 сәғәттә.
Беҙҙең спектаклдәргә рәхим итегеҙ, дуҫтар!