Хөрмәтле тамашасылар!
Дәүләт хеҙмәттәре порталында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статусын раҫлау өсөн уңайлы ысул – QR-код булдырылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары спектаклгә льгота буйынса билет алғанда статустарын телефон аша ғына ла күрһәтеп иҫбатлай ала.
Тулыраҡ: www.gosuslugi.ru/culturesmo
Раҫлау тәртибе:
– Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған яҙмағыҙ булырға тейеш
– “Получить” төймәһенә баҫһағыҙ һеҙҙең туралағы мәғлүмәт автоматик рәүештә тикшерелә
– Раҫлағас QR-код булдырыла (5 минут дауамында ҡулланып була)
– Мәғлүмәтегеҙ булмаһа Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы аша рәсми справка юллау мөмкинлеге бар
Заманса алымдар театрға йөрөүҙе тағы ла уңайлыраҡ итә! Тамашаларҙа осрашҡанға тиклем!
