ЛИНАР БӘИТОВ – ҺҮҘ ОҪТАҺЫ!

ЛИНАР БӘИТОВ – ҺҮҘ ОҪТАҺЫ!

“Һүҙ оҫтаһы” республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсында театрыбыҙҙың йәш актеры Линар Бәитов I урынға лайыҡ булды!

14 ноябрҙә Б.Йосопова исемендәге Актерҙар Йортонда республика театрҙарында эшләүсе профессиональ артистар һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ижади бәйгегә йыйылды. Конкурста Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры данын актерҙар Айҙар Шәмсетдинов һәм Линар Бәитов яҡланы. Егеттәр икеһе лә уңышлы сығыш яһаны.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Линар Бәитов I урынға лайыҡ булды. Линар Рәйес Түләктең “Яныу” поэмаһын тәҡдим итте. Мәртәбәле жюри ағзалары ла, бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа уның был әҫәрҙе еренә етекереп, актерлыҡ оҫталығын күрһәтеп уҡыуын билдәләне.

Белешмә өсөн; “Һүҙ оҫтаһы” республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсы нәфис һүҙ жанрын үҫтереү, әҙәби мираҫты һаҡлап ҡалыу маҡсатында Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан ойошторола. Быйыл ул 14-се тапҡыр уҙғарылды.