Лек Вәлиевтең яҡты иҫтәлегенә

Лек Вәлиевтең яҡты иҫтәлегенә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы, республика театрҙары вәкилдәре һәм әүҙем йәмәғәтселек танылған режиссер, РСФСР-ҙың  һәм Башҡорт АССР-ының  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лек Вәлиевты хәтергә алды. Режиссер ерләнгән Учалы районы зыяратына барып, уның иҫтәлегенә доға ҡылды. Кисен Учалы филармонияһында “…Ҡоштар осоп ҡайтмаҫ ерҙәрҙә булһаң да, һин мәңге беҙҙең хәтерҙә” тип аталған хәтер кисәһендә беҙҙең театрҙан Лек Вәлиевтың ҡул аҫтында эшләгән оло быуын артистары – Илсөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Рәмзиә Хисамова, Илдар Ғүмәров ҡатнашты.

Беҙ был сараға шулай уҡ Лек Вәлиевтың тормош һәм ижад юлына арналған күсмә күргәҙмә лә алып барҙыҡ. Экспозицияла режиссерҙың дипломдары, грамоталары, ҡульяҙмалары, спектаклдәрҙән фотоһүрәттәр, мәҡәләләр, буклеттар тәҡдим ителде.