БЕР ЙЫЛ ЛЕГЕНДАҺЫҘ: ҒАФАРОВ ФИДАН САФА УЛЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

БЕР ЙЫЛ ЛЕГЕНДАҺЫҘ: ҒАФАРОВ ФИДАН САФА УЛЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Теүәл бер йыл элек, 2025 йылдың 27 апрелендә, башҡорт халҡының бөйөк улы — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Һәм Татарстан Республикаларының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Ғафаров Фидан Сафа улы арабыҙҙан мәңгелеккә китте.

Бөгөн беҙ бөйөк шәхестең исеме театрыбыҙ тарихында, бөтә милләтебеҙҙең мәҙәниәтендә алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡалған оло сәхнә оҫтаһын иҫкә алабыҙ. Фидан Сафа улы үҙ дәүеренең йөҙөн, сәнғәтебеҙҙең мәртәбәһен билдәләгән артисарҙың береһе ине. Уны юғалтыу йөрәктәрҙе әрнеткән, күңелдәрҙә ҙур бушлыҡ ҡалдырған ҡайғы.

Фидан Ғафаров өсөн сәхнә хеҙмәт кенә түгел, ә яҙмыш, ижадҡа тулы ғүмер ине. Ул башҡарған һәр роль — заманса драма персонажы йәки милли классикалағы халыҡ образы булһынмы — тамашасы өсөн эстәлекле, тәрән асылы менән хәтерҙә мәңге һаҡланды. Уның талантында һоҡланғыс үҙенсәлек бар ине: Фидан Сафа улы сәхнәлә тамашасыны көлдөрә лә, илатала ла, һәр хәрәкәте, һәр интонацияһы менән таң ҡалдырыра ине.

Актерҙың ижадында айырым урынды йыр биләне. Йөрәктән сыҡҡан, тойғоло, тәрән тауышы һәр кемдең күңелен дауаланы, уның сәхнәләге музыкаль сығыштары, концерттарҙа яңғыраған йырҙары күптән инде башҡорт вокаль-сәхнә мәктәбе өсөн эталон булды.

Беҙ, театр коллективы, Фидан Сафа улын киң күңелле, аҡыллы, ҙур абруйлы зат итеп мәңге иҫтә тотабыҙ. Ул йәш артистар өсөн ысын остаз, тоғро дуҫ, халыҡсан үрнәк, юғары тәрбиә һәм рухи мәҙәниәт символы булды.

Фидан Ғафаров образы тамашасылар өсөн мәңгелеккә оло сәнғәткә, сәхнәгә тоғролоҡ билдәһе булып ҡала. Ул ижад иткән образдар, уйнаған ролдәр, башҡарған йырҙар сәнғәтебеҙ тарихында һәм тамашасылар йөрәгендә мәңге һаҡланасаҡ.

Бөйөк шәхескә мәңгелек хәтер. Һеҙ һәр саҡ беҙҙең менән, Фидан Сафа улы…