27 октябрь 19:00 сәғәттә — Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары «КЕЙӘҮҘӘР» музыкаль комедияһы менән сығыш яһаясаҡ.
Туй көнө килеп етте, тигәндә генә буласаҡ кәләш Банат менән кейәү егете Рәсүл һүҙгә килешә. Юлға сыҡҡан ҡунаҡтар, бешерелгән һый-ниғмәт, ғөмүмән, тотош тантана ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Ни хәл итергә? Кәләш аптырап тормай, үпкәләгән һөйгәне урынына яҡын әхирәтенең егетен ултырта… Кемдә – нимә, беҙҙә туй!
Ролдәрҙә: Руслан Хайсаров, Милена Сираева, Урал Әминев, Лилия Ғалина, Руслан Ғалимов, Алһыу Ғәлина, Линар Бәитов.
Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!