КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ӨФӨЛӘГЕ ГАСТРОЛДӘРЕ БАШЛАНА

КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ӨФӨЛӘГЕ ГАСТРОЛДӘРЕ БАШЛАНА

Иртәгә, 9 ноябрҙә, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының “Ҙур гастролдәр”е башлана. Спектаклдәр 16 ноябргә тиклем Өфө «Нур» татар дәүләт театры һәм беҙҙең театр сәхнәләрендә үтәсәк. Ғ.Камал театры Өфө тамашасыһына репертуарындағы иң-яҡшы 8 спектаклен тәҡдим итә, улар араһында һуңғы йылдарҙағы премьералар ҙа бар:

НУР ТЕАТРЫ:
9 ноябрь, “һҮНГӘН ЙОНДОҘҘАР”, Кәрим Тинчурин
10 ноябрь, “ХУШ, АУЫЛЫМ”, Айҙар Жаббаров
11 ноябрь, “ХУШ, АУЫЛЫМ. ХЫЯЛ”, Айҙар Җаббаров

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ:
12 ноябрь, “БОЛҒАНСЫҠ ЙЫЛДАР. МӨҺАЖИРҘӘР”, Мәхмүт Ғәләү
13 ноябрь, “ӨЙЛӘНӘМ.tat”, Илгиз Зәйниев
14 ноябрь, “ҺАҒЫНЫРҺЫҒЫҘМЫ?”, Артур Шәйҙулла
15 ноябрь, “ҺАНАУЛЫ КИСТӘР”, Александр Володин
16 ноябрь, “ЗӘҢГӘР ШӘЛ”, Кәрим Тинчурин

Билеттарҙы Камал театры, беҙҙең һәм “Нур” театрҙары сайтында, шулай уҡ театр кассаларында һатып алырға мөмкин. Былтыр һатып алынған билеттар ғәмәлдә.