4 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған сара үтәсәк.
Хәбибулла Ғәбитов -шағир, телсе, фольклорсы ғалим, драматург, башҡорт телендә ижад иткән тәүге балалар яҙыусыһы, Башҡортостанда матбуғат һәм белем биреү эштәрен ойошторған, “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡыған күренекле дин эшмәкәре, мөғәллим.

Кисәне Хөрмәтулла Үтәшев һәм Сара Буранбаева алып барасаҡ.
Сарала шағир Ҡәҙим Аралбай, артистар Азамат Тимеров, Сәғиҙулла Байегет, Хәбир Аралбаев, Урал Иҙелбаев етәкселегендәге Театрыбыҙ оркестры, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актерҙары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары, Рәми Ғарипов исемендәге 1- се башҡорт республика гимназияһы интернаты уҡыусылары ҡатнаша.
ИНЕҮ ИРЕКЛЕ.
Рәхим итегеҙ!