«ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ ҮТТЕ

«ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ ҮТТЕ

Мәжит Ғафури исмендәге Башҡорт академия театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың «Йыртҡыс ҡаны» повесы буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов сәхнәләштергән спектаклдең премьераһының икенсе көнө үтте!

Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирада Ҡадырова, Айзилә Төркмәнова, Юлиә Асҡарова, Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатов, Айым Сөләймәнова, Айгиз Баймөхәмәтов, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Азат Вәлитов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Фәнис Рәхмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айсыуаҡ Йомағолов, Айҙар Шәмсетдинов, Гөлмирә Исмәғилева, Рамаҙан Ғәлимов, Айназа Ситдыҡова, Сархан Шәмсетдинов.

Спектаклдең ижади төркөмө: инсценировка авторы — Рената Насибуллина, ҡуйыусы рәссам — БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С. Юлаев ордены кавалеры, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Альберт Нестеров, композитор — БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С. Юлаев ордены кавалеры, Ш. Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев, пластика буйынса режиссер — БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР атҡаҙанған артисы, «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы кавалеры Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссам-яҡтыртыусы — Сергей Гаевой.

Премьераның ике көнөндә лә театр фойеһында Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы менән осрашыу һәм автограф-сессия ойошторолдо. Спектакль тулы аншлаг менән үтте. Тамашасы уны йылы ҡабул итте, алҡыштар оҙаҡ тынманы.

«Йыртҡыс ҡаны»на оҙон ижади ғүмер теләйбеҙ! Театр коллективын уңышлы премьера менән ҡотлайбыҙ!