26 октябрҙә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының сәхнә тарихына арналған «Йәнләнгән афишалар» ретро-кисәһе үтте. Сара башҡорт әҙәбиәте классигының тыуған көнөнә һәм Рәсәй Федерацияһы театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған ине.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Стәрлетамаҡ рус драма театрының ветеран һәм бөгөнгө артистары пьесаның төрлө йылдарҙағы ҡуйылыштарын иҫкә алды, үҙҙәре башҡарған ролдәр хаҡында һөйләне.
Хәтирәләре менән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Алмас Әмиров һәм Эльвира Юнысова, Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева һәм Руслан Хайсаров, Стәрлетамаҡ театры артистары уртаҡлашты. Кисәнең почётлы ҡунағы — яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова атаһы һәм уның билдәле пьесаһы тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште.
Сарала шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссёры Айрат Абушахманов ҡатнашты. Ул «Ай тотолған төндә» трагедияһын театр сәхнәһендә ике тапҡыр ҡуйҙы.
Осрашыуҙы сәнғәт фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының тарих һәм теория кафедраһы мөдире, театр белгесе Айһылыу Сәғитова алып барҙы.
Бындай кисәләр быуындарҙы берләштерә, сәхнә сәнғәтенең күренекле оҫталары хаҡындағы хәтерҙе һаҡлай һәм йәш артистарға баһалап бөткөһөҙ ижади тәжрибә тапшыра.