ИРШАТ ФӘЙЗУЛЛИН МИЛЛИ ТЕАТРҘАР ҺОРАУҘАРЫНА АРНАЛҒАН ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛДӘ ҠАТНАША

ИРШАТ ФӘЙЗУЛЛИН МИЛЛИ ТЕАТРҘАР ҺОРАУҘАРЫНА АРНАЛҒАН ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛДӘ ҠАТНАША

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директоры Иршат Фәйзуллин Санкт-Петербургта “Донъя мәҙәниәте контексында милли театр: һынауҙар һәм мөмкинлектәр” тигән Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәлендә ҡатнаша.
Сара сиктәрендә К.И.Россиҙың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған программа: К.И.Россиҙың бюсын, уға арналған күргәҙмәне асыу, экскурсия ҡаралған. Шулай уҡ Александринский театрының художество етәксеһе В.В.Фокиндың спектакленең премьераһы үтә.
Белешмә өсөн:
Милли театрҙар Ассоциацияһына Башҡортостандан биш театр ингән. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин Ассоциацияның Советы ағзаһы итеп һайланған.