ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВТЫ ХӘТЕРГӘ АЛЫП…

ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВТЫ ХӘТЕРГӘ АЛЫП…

“Йондоҙҙар төнөн һөйләшә…” тип аталды Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, драматург, педагог Илшат Хәлил улы Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе.

Башҡорт милли театр сәнғәтен һәм драматургияһын үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестең Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһенең сценарий авторы – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова, режиссеры – билдәле кинорежиссер, актер Айсыуаҡ Йомағолов.

Хәтер кисәһе Илшат Йомағолов Бейеш ролен башҡарған “Халҡым һағышы” фильмы менән башланды, әйткәндәй, фильмдың режиссеры –  уның курсташы Әмир Абдразаҡов. Илшат Хәлил улының А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтында (ГИТИС) бергә уҡыған башҡа курсташтары – Марат Солтанов, Хәмит Яруллин, Роза Кәримова, Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Муллаян Сөйәрғолов исемдәре лә был кистә хәтергә алынды. Данлы “гитис”сылар исеменән Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова һүҙ тотто һәм йәшлек йылдарының матур иҫтәлектәре менән бүлеште. Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әхтәм Абушахманов, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артискаһы, профессор Таңсулпан Бабичева бөйөк актер тураһында ҡәҙерле иҫтәлектәре менән бүлештеләр.

Күптән түгел генә Илшат Йомағолов исемен алған Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рәхимов, артистар Рима Ғәлиуллина, Кинйәбикә Исламғолова, Физәлиә Рәхимова,  Зөлфиә Хәлилова Илшат Хәлил улының Стәрлетамаҡ театрын асыуға күп көс һалыуы, йәш көстәрҙе театрға саҡырыуы тураһында һөйләне һәм артабан да бөйөк шәхестең исемен йөрөтөүсе театр репертуарында уның сәхнә әҫәрҙәре мотлаҡ барасағы тураһында белдерҙе.

Илшат Йомағолов – артистар өсөн яратҡан педагог булып та иҫтә ҡалған. Ул уҡытҡан курс уҡыусылары исеменән кисәлә Рәмзиә Хисамова, Рафаэль Шафиҡов, Әхәт Хөсәйенов һүҙ әйттеләр, нәҡ остаздарының театрға булған һөйөүе уларға ла күсеүе тураһында һөйләнеләр. Рәмзиә Хисамова – Илшат Хәлил  улының уҡыусыһы ғына түгел, ә тормош иптәше лә булып китә. “Башҡаларға ҡарағанда миңә Илшат ағай менән нығыраҡ аралашыу бәхете тейҙе. Ул – башкөллө ижадсы булды, төндәр буйы яҙыша, көндәр буйы образдар өҫтөндә эшләй ине, йәнен театрға, сәнғәткә арнаған шәхес булды” – тип бергә йәшәгән йылдары тураһында һөйләне. Уҡыусылары Илшат Хәлил улын яратып “Сибәр ағай” тип йөрөткәндәр: “Сибәр ағайыбыҙҙың уҡытҡан уҡыусылары ла талантлы булдылар. 80% уҡыусыһы төрлө театрҙарҙа артист булып эшләне, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Илшат Йомағолов тигән сибәр артисты республикабыҙҙа һәм беҙ ҙә, иҫән ҡалғандар, мәңге яҡты хәтирәләр менән күңелдәрҙә һаҡларбыҙ” – тип тамамланы сығышын Әхәт Рәхмәтулла улы.

Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғәзетдинова Илшат Хәлил улын актер булараҡ иҫкә алып үттеләр, бергә уйнаған спектаклдәре, актерҙың билдәле образдары тураһында әйтеп, “Илшат ағай шундай бөйөк актер ине, ул уйнаған ролдәрҙе уйнарға һәр артист хыяллана” – тип актерҙың ижади мөмкинлектәре юғары булғанын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Эйе, күп уйнай Илшат Йомағолов сәхнәлә, уның киң билдәле ролдәре: Макбет (У.Шекспир, “Макбет”), Прометей (М.Кәрим, “Ташлама утты, Прометей!”), Никита («Власть тьмы», Л. Н. Толстой), Протасов («Живой труп», Л. Н. Толстой), Треплев («Чайка», А. П. Чехов), Иванов («Иванов», А. П. Чехов), Закир («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М. Карим) һ.б.

Илшат Хәлил улы – тәрән фекерле, төплө драматург та. Ул тәүге сәхнә әҫәре “Нәркәс” трагедияһы менән . Халыҡ “Нәркәс”те оҡшата һәм пьеса тиҙ арала билдәлелек яулай: төрлө фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа приздар, маҡтаулы исемдәр ала. Хәҙер ул инде 50 йылдан ашыу сәхнәләрҙән төшмәй, урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. “СССР халыҡтары драматургияһы” фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ була. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында бер-нисә ҡуйылышта уйналды. Авторҙың “Семәрле тәхет” трагедияһы, “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк” драмалары ла әленән-әле театр сәхнәләренә ҡайта. И.Йомағоловтың геройҙарының телмәре халыҡ мәҡәлдәренә, тапҡыр һүҙҙәргә, әйтемдәргә ифрат бай. Хәтер кисәһендә тамашасыларға М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Мөхәббәт ҡоштары” (режиссеры – Ф.Ғарипов) һәм “Нәркәс” (режиссеры – И.Ғиләжев) спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим ителде.

Хәтер кисәһен Артур Ҡунаҡбаев һәм актриса Зиләрә Юлтаева алып барҙылар, уларҙың һөйләгән һүҙендә Илшат Хәлил улына ҡарата ихлас йылылыҡ һәм сикһеҙ ихтирам тойолдо. Спектаклдәрҙән өҙөктәрҙә Алһыу Ғәлина, Гөлфиә Рафиҡова, Гөлназ Хайсарова, Азамат Ғафаров, Айзар Шәмсетдинов, Фәнис Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Кәбиров ҡатнашты. Оркестр артисы Айгөл Мөслимова кисәне скрипка моңдарына сорнап, тамашасыларға матур көйҙәр бүләк итте.

Кисәлә моңһөйәрҙәр өсөн бер яңылыҡ та булды: Илшат Йомағолов һүҙҙәренә Илшат Яхин көй яҙған йыр видеояҙмала яңғыраны, уны композитор үҙе яҙып ҡалдырған. Ойоштороусылар ошо йырға бәйле конкурс та иғлан итте –  йырҙы иң яҡшы башҡарыусыға фонограмма вәғәҙә иттеләр.

Илшат Хәлил улы – тел ҡәҙерен белгән арҙаҡлы ижадсы, ул уҡыған шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр радионың алтын фондында һаҡлана. Хәтер кисәһендә “Халҡым һағышы” (режиссеры Әмир Абдразаҡов), “Башватҡыс” (режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов) фильмдарынан өҙөктәр, М.Кәрим пьесаһы буйынса “Ташлама утты, Прометей!” спектакленән Прометей монологы яҙмаһы күрһәтелде.

Театр директоры Иршат Фәйзуллин кисәлә ҡатнашыусыларға оло рәхмәтен белдереп: “Әгәр ҙә беҙ шәхестәребеҙҙе онотмай, уларҙың исемен, эшләгән эштәрен хәтергә алып торһаҡ, шәхестәребеҙ ҙә йәшәүен дауам итәсәк” – тип һүҙен тамамланы.

Илшат Хәлил улы Йомағоловтың ғүмере уйнаған ролдәрендә, яҙған драмаларында, уҡыусыларында, балаларында һәм ейәндәрендә дауам итә.

Динара Ҡәйүмова