14 май М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә иҫтәлекле ваҡиға — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинованың юбилей бенефисы үтте.
Спектакль алдынан юбилярҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов ҡотлап үтте һәм актрисаны Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Спектаклдән һуң, традицияға тоғро ҡалып, юбилярҙы туған коллективы исеменән театр директоры Зиннур Сөләймәнов ҡотланы.
Танылған сәхнә оҫтаһы Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинова “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһында Сафия ролендә тамашасылар алдына сығып баҫты. 
Юбилярға киләсәктә лә яңы ҡаҙаныштарға, сағыу ролдәргә һәм ижади еңеүҙәргә юл асыуын теләйбеҙ, сөнки уның уйнау оҫталығы күп быуын тамашасыларын илһамландыра һәм шатлыҡ өләшә.
Бенефис аншлаг менән үтте. Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, зал йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине.