ГӨЛЛИ МӨБӘРӘКОВАҒА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ

ГӨЛЛИ МӨБӘРӘКОВАҒА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ

Бөгөн, 2022 йылдың 9 сентябрендә 12.00 сәғәттә СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы, профессор ГӨЛЛИ АРЫҪЛАН ҠЫҘЫ МӨБӘРӘКОВАҒА Өфө ҡалаһы, Энгельс урамының 5 йорт адресы буйынса урынлашҡан йорт фасадында иҫтәлеклет аҡтаташ асыу тантанаһы үтте.
Тантанала Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Абушахманов, Өфө ҡалаһының Сәнғәт һәм мәҙәниәт буйынса идаралығы начальнигы Айгөл Хәсәнова, Белорет районы хакимиәте вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, билдәле театр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Гөлли Арыҫлан ҡыҙының туғандары, яҡындары, уның талантын һөйөүселәр, коллегалары һәм яҡташтары ҡатнашты.