Фидан Ғафаров юбилейын билдәләй

Фидан Ғафаров юбилейын билдәләй

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы,  Халыҡтар Дуҫлыҡ ордены кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаровты 75 йәшлек күркәм юбилейы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Фидан Ғафаров тыуҙырған образдар халыҡ күңелендә яҡты хәтирәләр булып хаҡлана. Ошо тиҫтә йылдар эсендә актер башҡарған бик күп, төрлө характерҙағы, халыҡсан, фәһемле, ҡабатланмаҫ ролдәрҙе һанап бөтөү ҙә мөмкин түгел. Улар араһында: Хәлил (М.Фәйзи – “Ғәлиәбаныу”), Зөлҡәрнәй (И.Абдуллин – “Тиле йәшлек”), Булат (К.Тинчурин – “Зәңгәр шәл”), Заһир (Т.Таһиров һәм Р.Исрафилов – “Ғәлиә”), Фәйзи (Н.Асанбаев – “Рәйсә+Фәйзи”), Зариф (Х.Мөҙәрисова – “Бәхет хаҡы”) һәм башҡа бик күп ролдәр театрыбыҙҙың йылъяҙмаһында лайыҡлы урын биләй.
Әле лә Фидан Сафа улы тамашасыларҙы сағыу эштәре менән ҡыуандыра, тамашасыларҙы ролдәрҙең тәрәнлеге, сағыу темперамент, моңло тауыш, сәхнә оҫталығы менән таң ҡалдыра.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 14 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Фидан Сафа улы Ғафаров үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын Хәлисә Мөҙәрисованың пьесаһы буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (режиссеры Айрат Абушахманов) менән билдәләйәсәк.
Рәхим итегеҙ, дуҫтар!