Осрашыуҙар осраҡлы буламы икән? Әллә улар алдан билдәләнеп ҡуйылғанмы? Паркта ир менән ҡатын осраша, улар икеһе лә яңғыҙ, ләкин уларҙың һөйләшеүҙәре дәғүәләр һәм үпкәләүҙәрҙән ғибәрәт. Кем һуң улар бер-береһе өсөн? Уларҙың бәхәстәрендә — үткәндәрҙән ҡалған үпкәләүҙәр һәм үкенестәр. Улар ялған һәм яһалмалылыҡтан ҡотолоп, бөрөләнеп килгән хистәрҙе тоя алырҙармы? Әллә уларҙың осрашыуы ни бары «парктағы эскәмйәләге тамамланмаған роман» ғына булып ҡалырмы…
Александр Гельман пьесаһы буйынса
Режиссер – Изольда Хвацкая, Ҡалмыҡстандың һәм Сыуашстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Спектаклде тергеҙеү буйынса режиссер – Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев ис.Дәүләт премияһы лауреаты
Рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бөтә Рәсәй «Алтын битлек» милли театраль премияһы лауреаты, С.Юлаев ис.Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры
РОЛДӘРҘӘ:
Ир – Артур Ҡунаҡбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Ҡатын – Милена Сираева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы