Иртәгә, 17 апрелдә республикабыҙҙа «Башҡорт теленән диктант» Халыҡ-ара белем биреү акцияһы үтә. Был акцияла ҡатнашыу үҙ белемеңде һынап ҡарау ғына түгел, туған телеңә һәм мәҙәниәтеңә хөрмәт һәм һөйөү күрһәтеү өсөн дә яҡшы мөмкинлек.
Ошо матур көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һеҙҙе тел тураһында әңгәмәне сәхнәлә дауам итергә саҡыра. Тамашасыларҙы Мостай Кәримдең мәңгелек һөйөү, яҙмыш, иман тураһында һөйләгән “Ай тотолған төндә” (режиссер А.Абушахманов) драматик спектакле көтә.
Сәхнә теле — көслө образ, нескә интонация, тәрән тын алыштар, йән өҙҙөргөс паузалар аша башҡорт теленең бөйөклөгө, нәфислеге, бар тулылығында асыла. Был кис таныш әҫәргә яңыса баҡҡанда, йырлы телдең моңон, рухи тәрәнлеген яңынан татыу мөмкинлеге.
Телебеҙгә һөйөүҙе һүҙ аша ла, сәхнә аша ла ғорурлыҡ менән, баһа менән тапшырайыҡ!
Иҫгеҙгә төшөрәбеҙ, был көндө театрға тамашасыларға этно стилдәге биҙәүес-аксессуарҙар тағып, милли кейемдә килергә тәҡдим итәбеҙ. Күркәм байрам көнөн тарихта ҡалдырыу өсөн #башдрамғамилликейемдә хештегын ҡулланығыҙ, дуҫтар! Һәр биҙәктә – халҡыбыҙ асылы!