Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн яңы миҙгел иҫтәлекле – театрға 90 йәш. Юбилей уңайынан театр коллективы 19 октябрь Өфөгә юллана.

⚡19 ОКТЯБРЬ – М.Ғафури ис. БАДТ сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәһе буйынса “ТОҒРОЛОҠ” драмаһын тәҡдим итә. Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссам – Юлиә Сиражетдинова, композиторҙары – Мәскәү ҡалаһынан Диләрә Ғәбитова, Лариса Субботина, хореографы – Өфөнән Ольга Даукаева.

Әҫәрҙә һүҙ Нәфисә исемле ҡатын һәм уның ире Иҙристең ғаилә тарихы тураһында бәйән ителә. Ситтән ҡараһаң, өлгөлө ғаилә, барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә уларҙың бер ҙур проблемаһы бар – тиҫтә йыл бергә ғүмер кисерһәләр ҙә, балалары юҡ. Асыҡланыуынса, сәбәп Иҙристә була, ЭКО ла ярамай икән. Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиҙәр. Был хаҡиҡәттең әсеһен үҙ башынан үткәндәр яҡшы аңлайҙыр. Ғаиләлә сабый тауышы сыҡһын өсөн әҙәм балаһы ниндәй аҙымға бармаҫ. Нәфисәне был проблема бик борсой һәм нисек булһа ла был хәлдән сығыу юлын эҙләй һәм ул иренән бер генә тапҡыр хыянат итергә рөхсәт һорай. Тейешле кандидатураны – йәш, әммә телһеҙ Рәсүлде табып та ҡуя. Нәфисәнең был аҙымға барамы-юҡмы икәнлеген, ҡылған гонаһтары өсөн уны ниндәй яза көтөүен спектаклде килеп ҡарағас белерһегеҙ.

90 йыллыҡ тарихы булған Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Өфө ҡалаһындағы үтәсәк спектакленә килеп, фекер алышып, күңелдәрегеҙгә ял алып ҡайтырһығыҙ, тип уйлайбыҙ!

Тамаша киске 19.00 сәғәттә башлана.

РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Билеттар БАДТ кассаһында һатыла.

Онлайн-билеттар – https://iframeab-pre3960.intickets.ru/event/12303293

Белешмәләр өсөн тел: 8(347) 272-35-33 (БАДТ)

Leave a Reply