БЕҘҘЕҢ ДУҪТАРЫБЫҘҘЫҢ – КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ГАСТРОЛДӘРЕ

БЕҘҘЕҢ ДУҪТАРЫБЫҘҘЫҢ – КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ГАСТРОЛДӘРЕ

Бөгөн, 28 октябрҙә, “Рәсәй” медиацентрында 9 ноябрҙән 16 ноябргә тиклем Өфөлә уҙасаҡ Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының гастролдәренә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Конференцияла ҡатнаштылар:

Фәйзуллин Иршат Ишбулат улы – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры,

Ғәбиҙуллин Фирҙәт Фәрид улы – «Нур» татар дәүләт театры директоры,

Яҡупов Ильфир Илшат улы – Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры директоры,

Шәкиров Әзһәр Шәфиҡ улы – Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы,

Әхмәҙуллин Ринат Ришат улы – Татарстандың атҡаҙанған артисы.

Өфөлә татар театрының беренсе гастролдәре 1910 йылда уҙған. Бөгөн Камал театрының Өфө гастролдәре матур традицияға әүерелде. 117-се миҙгелдә Ғ.Камал театры Өфө тамашасыһына 8 спектакль алып килә, улар араһында премьералар ҙа бар:

НУР ТЕАТРЫ:
9 ноябрь, “һҮНГӘН ЙОНДОҘҘАР”, Кәрим Тинчурин
10 ноябрь, “ХУШ, АУЫЛЫМ”, Айҙар Җаббаров
11 ноябрь, “ХУШ, АУЫЛЫМ. ХЫЯЛ”, Айҙар Җаббаров
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ:
12 ноябрь, “БОЛҒАНСЫҠ ЙЫЛДАР. МӨҺАҖИРЛӘР”, Мәхмүт Ғәләү
13 ноябрь, “ӨЙЛӘНӘМ.tat”, Илгиз Зәйниев
14 ноябрь, “ҺАҒЫНЫРҺЫҒЫҘМЫ?”, Артур Шәйҙулла
15 ноябрь, “ҺАНАУЛЫ КИСТӘР”, Александр Володин
16 ноябрь, “ЗӘҢГӘР ШӘЛ”, Кәрим Тинчурин