Бөгөн театрҙың бер төркөм артистары һәм хеҙмәткәрҙәре «Башҡорт теленән диктант» Халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашты. Кемдер юғары уҡыу йорттары аудиторияларында парта артында яҙһа, икенселәр онлайн форматты һайлап өйҙәрендә башҡорт телен белеү буйынса үҙ көстәрен һынаны.
Был Халыҡ-ара сараны ойоштороуҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты: директор Зиннур Сөләймәнов – “Таланттар ҡалаһы” үҫеш һәм ижад үҙәгендә, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев – Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева – Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Милена Сираева – М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында диктант уҡып яҙҙырҙы.
Ә һеҙ, беҙҙең яратҡан тамашасыларыбыҙ, халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнаштығыҙмы? Быйылғы тема уҙған йылдыҡына ҡарағанда еңелерәк инеме, әллә киреһенсә – ауыр булдымы? Әлеге яҙмаға комментарий рәүешендә фотоһүрәттәрегеҙҙе көтәбеҙ!