М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Льготы и налоговые вычеты: всё, что нужно знать» темаһына мөһим лекция үтте. Осрашыу барышында тыңлаусылар ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән танышты һәм мөһим һорауҙарға яуап алды:
мөлкәт, уҡыу, дауаланыу өсөн һәм социаль һалым ҡайтармаларын нисек рәсмиләштерергә;
кемдәр льготаларға хоҡуҡлы һәм документтарҙы нисек дөрөҫ әҙерләргә.
Был белемдәр театр хеҙмәткәрҙәренә дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам сараларын дөрөҫ файҙаланырға һәм үҙ финанстары менән һөҙөмтәле идара итергә ярҙам итәсәк.