Ҡәҙерле дуҫтар! 20 сентябрҙә киске сәғәт 9-ҙа (Мәскәү буйынса 19.00) Зөһрә Бураҡаева пьесаһы буйынса Хөрмәтулла Үтәшев ҡуйған “Ат уйнатып алдан бара!..” спектаклен онлайн күрһәтәбеҙ
“Ат уйнатып алдан бара!..” спектакле – Башдрамтеатрҙың тамашасы яратып ҡараған иң рухлы, бай йөкмәткеле спектаклдәренең береһе. Тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, Рәсәй геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған спектакль матур сағыу, алыш алымдарын индергән хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған. Генерал Шайморатов ролен Ш.Бабич Йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров башҡара.
Спектаклдең ижади төркөмө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде:
АРТУР КӘБИРОВ – легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов ролен башҡарыусы актер;
ЗӨҺРӘ БУРАҠАЕВА – сәхнә әҫәре авторы;
РӘИС НИЗАМЕТДИНОВ – спектаклдең хореографы
Башлана 21.00 сәғ (Мәскәү буйынса 19.00)
Бушлай