БАШДРАМ – ЧЕМПИОН!

БАШДРАМ – ЧЕМПИОН!

Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзында йыл һайын театр коллективтары араһында интеллектуаль-күңел асыу уйыны формаһында «SmART» республика интеллектуаль конкурсын үткәреү яҡшы традицияға әйләнде. Быйыл конкурс етенсе тапҡыр үткәрелде. Башдрамтеатр командаһында актерҙар Айсыуаҡ Йомағолов, Айнур Ситдыҡов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Күсәбаева һәм Айым Сөләймәнова ҡатнашты. Был конкурс эрудицияны күтәреүгә, хәтерҙе нығытыуға, ҡатнашыусыларҙың интеллектын һәм логикаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры командаһын еңеү менән ҡотлайбыҙ!
БР-ң ТЭС ағзаһы Айнур Ситдыҡов – иң әүҙем ҡатнашыусы “Ижади командировка” менән бүләкләнде!