Бөгөн театр етәкселеге коллективты башҡарылаһы эштәр, яңы пландар менән таныштырыу, ағымдағы эшмәкәрлекте баһалау маҡсатында дөйөм йыйылыш үткәрҙе.
БАДТ директоры Иршат Фәйзуллин һүҙҙәренсә, театр яҙ ҙа, йәй ҙә республика, ил кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, айырып әйткәндә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналарҙа әүҙем ҡатнашасаҡ.
Әлеге мәлдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәре буйынса “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле премьераһын әҙерләй. Уны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов. Премьера 23, 24 апрелгә тәғәйенләнгән. Бынан тыш, театр коллективы май айында Ҡаҙағстан республикаһында үтәсәк гастролдәргә әүҙем әҙерлек башлаған. Астана тамашасыһына театр “Бөйрәкәй” (Т.Ғарипова) һәм “Ҡара йөҙҙәр” (М.Ғафури) спектаклдәрен тәҡдим итәсәк.
Эшмәкәрлеккә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләрҙән һуң юбилейҙарын билдәләгән хеҙмәткәрҙәр билдәләнде, уларға тотош коллектив исеменән ҡотлау, изге теләктәр яңғыраны. Театрыбыҙ актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты тапшырылды. Театрҙың яңы актеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров менән дә коллективты таныштырып үттеләр.



