9 апрель Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә «Кеше булып ҡалырға» /«Остаться человеком» (Елена Коллегова, режиссер Хөрмәтулла Үтәшев) спектакленең премьераһы үтте!
Тамашасылар иғтибарына спектакль башҡорт телендә тәҡдим ителде. Артем Егоров ролендә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров, Алина образында – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, режиссер Рафаэль Илдаровичты сәхнә оҫтаһы Айсыуаҡ Йомағолов, продюссерҙы – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Вадимды — Линар Бәитов, режиссер ассистенты ролендә Илүзә Күсәбаева сәхнәгә сыҡты.
Спектаклдең режиссеры һәм башҡорт теленә тәржемә итеүсе – Хөрмәтулла Үтәшев, художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Рәмис Хәкимов һәм видеограф – Руслан Юлтаев.
Премьерала Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов та булды, ул спектакль хаҡында былай тәьҫораттары менән бүлеште: “Бик ауыр спектакль. Ваҡыт үтер, киләсәктә һуғыштар ҙа бөтөр тип ышанабыҙ. Биш, ун йыл үтер, әммә был спектакль гел актуаль булып ҡаласаҡ. Сөнки беҙҙең бөгөнгө көндә төп бурыс — геройҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа.”
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәхнәләштереү эшенә юғары баһа бирҙе: “Ауыр материал, ләкин ижади төркөм уны бик матур, йәнле итеп, йөкмәткеле сәхнәләштергән. Ауыр булһа ла был хаҡта һөйләшергә һәм күрһәтергә кәрәк.”
Киләһе спектакль 5 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә күрһәтеләсәк