“БАЛАМ” СПЕКТАКЛЕ РӘСӘЙҘЕҢ ИҢ КҮРЕНЕКЛЕ СПЕКТАКЛДӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ

“БАЛАМ” СПЕКТАКЛЕ РӘСӘЙҘЕҢ ИҢ КҮРЕНЕКЛЕ СПЕКТАКЛДӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ

“Алтын битлек” Рәсәй милли театраль премияһы эксперттары быйылғы номинанттарын һәм лонг-листын иғлан итте. 2021-2022 миҙгелдә иң күренекле спектаклдәр исемлегенә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Балам” спектакль-терапияһы (Виктория Емелева, реж. Илшат Мөхөтдинов) инде! Был социаль проект аутизм менән ауырыусы балаларҙың ата-әсәләренең һөйләгәндәренән яҙып алынған.

Бик көтөп алған, ҡәҙерләп кенә тапҡан балаңа ҡапыл «аутизм» диагнозы ҡуйһындар әле… Был миҙгелде ата-әсәләр нисек кисерә икән? Аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡтыр… Киләсәк өсөн ҡурҡыу, асыуланыу, үҙеңде ғәйепләү… – ниндәй генә уй-хәсрәттәр баҫмай уларҙы.

Беҙҙең геройҙар ҙа күңел тороштарын аҙмы-күпме яйға һалып, «үҙенсәлекле» бала менән бергә яңы тормошты ҡабул итеп, рух күтәренкеһен тапҡан көслө изге кешеләр. Сөнки уларҙың башҡаса тормошо юҡ һәм булмай ҙа. Яҙмыштарына яҙған бәләһен улар оло мөхәббәт, йөрәк йылыһы, өмөт хыялдары, ата-әсәлек хисе менән өҙөлөп яратҡан балаһына әйләндерә.

Спектаклде яҡын арала 8 ноябрҙә ҡарай алаһығыҙ.