“Ай тотолған төндә” спектакленең премьераһына тиклем – ун көн!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 106-сы ижад миҙгеле Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған “Ай тотолған төндә” спектакленең премьераһы менән асыла. Спектаклде сәхнәгә сығарыусы ижади төркөмдә: ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Рәмис Хәкимов, хормейстер – Анель Сиргебаева, балетмейстер – Ринат Абушахманов, рәссам-яҡтыртыусы – Сергей Гаевой, режиссер ассистенты – Хөрмәтулла […]
Театрға билетты Пушкин картаһы менән ал!

14–22 йәшлек тамашасыларыбыҙҙың дәүләт иҫәбенә спектаклдәргә йөрөү мөмкинлеге бар. Пушкин картаһы менән киләһе йылда ла ҡулланыр өсөн 28 декабргәсә уны яңыртыуға ғариза бирер кәрәк. Ғаризаны өс төрлө ысул менән яҙып була, тулыраҡ мәғлүмәт: www.pochtabank.ru/service/de… Күләме 5 меңлек электрон карта шулай уҡ музейҙарға, киноға, концерттарға, махсус программаға ингән башҡа мәҙәни сараларға билет алыу мөмкинлеге бирә.
Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан

Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған “Ах, был мөхәббәт!..” (А. Чехов) спектакленә “Роснефть” ойошмаһының хеҙмәт ветерандары, хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһына ла Өфөнөң Киров районынан оло йәштәге тамашасылар килде. Ҡайнар хистәр шауҡымына, көлкөлө лә, тормошсан да ваҡиғаларға ҡоролған тамашалар бер кемде […]