Берҙән-бер көндө матур ҙа, сос та Арыҫлан үҙенең ысын дуҫы юҡлығын аңлай. Эргәһендә йөрөгән йыуан һәм килбәтһеҙ Бегемоттың ысын дуҫ булыуы мөмкин түгел дә инде! Ысын дуҫ булырға тик серле гипоппотам ғына хаҡлы! Һәм беҙҙең Арыҫлан бәләкәй Бегемот менән бергә Мираликундия тигән мөғжизәле ил буйлап ысын дуҫ эҙләргә сығып китә. Күп төрлө һынауҙыр аша үтергә тура килә Арыҫланға. Һәм һәр саҡ уға ярҙамға Бегемот ашыға…