1980-се йылдар. Телевизорҙа – Брежнев, илдә – торғонлоҡ. «Ғаилә – йәмғиәт нигеҙе». Төп герой Марат – ябай совет табибы, намыҫлы эшләй, төнгө дежурстволар ала, тәртипле ғаилә башлығы һәм яҡшы атай, уның ҡатыны – уҡытыусы. Көн һайын бер үк хәл: өй-эш, эш-өй. Барыһы ла шулай барырға тейеш һымаҡ, әммә бер көн уның күнегелгән тормошона мөхәббәт килеп инә!..
Ысынбарлыҡ үҙгәрә, урыны менән ул хатта иллюзияға оҡшап китә. Быларҙың ҡайһыһы ысын икәне аңлашылмай: телевизор, яңылыҡ-тар, эш, фатир, ғаилә булған ҡәҙимге тормошмо, әллә һөйгәнең менән аҙ ғына ваҡытҡа йәшертен осрашыуҙармы? Ҡайһыһы уның әкиәт һуң?
Тағы ла ул йылдарҙа, нисек кенә сәйер булмаһын, шәхси тормошҡа йәмәғәтселек хужа була.